Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

11 уҡыусы Бөтә Рәсәй олимпиадаһында еңеү яулаған

Башҡортостандан 11 уҡыусы Бөтә Рәсәй мәктәп олимпиадаһында еңеүсе булды. Республиканан бөтәһе 57 кеше еңеүселәр һәм призлы урын яулаусылар иҫәбенә инде, тип хәбәр итте республиканың мәғариф министры Илдар Мәүлетбирҙин Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә. – Был – олимпиада хәрәкәтендә ҡатнашҡан осорҙа республиканың иң яҡшы һөҙөмтәһе. Башҡортостан Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһының йомғаҡлау этабында ҡатнашыу һөҙөмтәләре буйынса ғәҙәттәгесә иң көслө 10 төбәк иҫәбенә инә. Быйыл беҙ һуңғы этапта ҡатнашыусылар һаны буйынса төбәктәр рейтингында бишенсе урынды яуланыҡ. Республикабыҙ Бөтә Рәсәй мәктәп олимпиадаһында ҡатнашыусылар һаны буйынса алдынғы төбәктәр иҫәбенә инде (850 737 уҡыусы) һәм Мәскәү, Мәскәү өлкәһе һәм Краснодар крайынан ҡала дүртенсе урынды алды, – тип билдәләне Илдар Мәүлетбирҙин. Олимпиада еңеүселәренең иҫәбе буйынса Өфө абсолют лидер булды. Шулай уҡ алдынғылар иҫәбендә Стәрлетамаҡ, Октябрьский, Сибай ҡалалары, Туймазы, Борай, Мәләүез, Благовещен, Ейәнсура, Ауырғазы, Ҡыйғы һәм

Башҡортостандан 11 уҡыусы Бөтә Рәсәй мәктәп олимпиадаһында еңеүсе булды. Республиканан бөтәһе 57 кеше еңеүселәр һәм призлы урын яулаусылар иҫәбенә инде, тип хәбәр итте республиканың мәғариф министры Илдар Мәүлетбирҙин Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә. – Был – олимпиада хәрәкәтендә ҡатнашҡан осорҙа республиканың иң яҡшы һөҙөмтәһе. Башҡортостан Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһының йомғаҡлау этабында ҡатнашыу һөҙөмтәләре буйынса ғәҙәттәгесә иң көслө 10 төбәк иҫәбенә инә. Быйыл беҙ һуңғы этапта ҡатнашыусылар һаны буйынса төбәктәр рейтингында бишенсе урынды яуланыҡ. Республикабыҙ Бөтә Рәсәй мәктәп олимпиадаһында ҡатнашыусылар һаны буйынса алдынғы төбәктәр иҫәбенә инде (850 737 уҡыусы) һәм Мәскәү, Мәскәү өлкәһе һәм Краснодар крайынан ҡала дүртенсе урынды алды, – тип билдәләне Илдар Мәүлетбирҙин. Олимпиада еңеүселәренең иҫәбе буйынса Өфө абсолют лидер булды. Шулай уҡ алдынғылар иҫәбендә Стәрлетамаҡ, Октябрьский, Сибай ҡалалары, Туймазы, Борай, Мәләүез, Благовещен, Ейәнсура, Ауырғазы, Ҡыйғы һәм Өфө райондары бар. Фото Айрат Нурмөхәмәтовтың фотоархивынан.