Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Автомобиль менән автобус бәрелешкән: ике пассажир үлгән

22 июндә төндә Дыуан районында Кропачев – Мәсәғүт– Әчит автомобиль юлының 93-сө саҡрымында авария булған. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, 56 йәшлек ир “Лада Калина” рулендә “Yutong” автобусына бәрелгән. Автобус рулендә Балаҡатай районынан 61 йәшлек ир булған. Аварияға төндә осрағандар. Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә еңел автомобиль водителе йәрәхәтләнә, уның ике пассажиры, 60 һәм 35 йәшлек ирҙәр, ашығыс медицина ярҙамы килгәнсе вафат була. Ике водитель дә айныҡ булған, тип белдерҙеләр Дәүләт автоинспекцияһынан. Автобус Оло Ыҡтамаҡтан Мәсәғүткә хәрәкәт иткән, унда пассажирҙар булмаған. Хөрмәтле водителдәр, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ. Һеҙҙең яуаплылыҡ. Фото: Дәүләт автоинспекцияһының видеояҙмаһынан скриншот.