– Бөгөнгә республикала махсус йыһазландырылған 174 пляж аттестация үткән. Ғәҙәттәгесә, үҙебеҙҙең рәсми сайтта бындай пляждар исемлеген, һыуҙа үҙеңде тотоу һәм беренсе ярҙам күрһәтеү ҡағиҙәләрен урынлаштырабыҙ, – тип хәбәр итте Башҡортостан юлдаш телеканалында барған тура эфирҙа Башҡортостан Республикаһы Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Кирилл Первов. Билдәләп үтәйек, Башҡортостан Республикаһы территорияһында янғын-ҡотҡарыу көстәрен үҫтереү стратегияһын тормошҡа ашырыуға ярашлы 2030 йылға тиклем Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты көсө менән һыу объекттарында хәүефһеҙлекте тәьмин итеүсе инфраструктураны булдырыу һәм яңыртыу буйынса әүҙем эш алып барыла. Мәҫәлән, уҙған йылдың 1 июненән республика Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса Нөгөш ауылында яңы эҙләү-ҡотҡарыу отряды дежурлыҡҡа сыҡты. Ул Нөгөш һәм Йомағужа һыуһаҡлағыстарының һәм уға яҡын Мәләүез, Күгәрсен һәм Бөрйән райондарының тәбиғи һәм техноген характерҙағы ғәҙәттән тыш хәлдәр килеп