Найти в Дзене

Тыйылған урында һыу инһәң, штраф түләйәсәкһең

Йәйге осорҙа хәүефһеҙлек мәсьәләләренә арналған брифинг барышында Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса Баш идаралығы начальнигы вазифаһын башҡарыусы Эдуард Иҙрисов республиканың һыу ятҡылыҡтары буйында ял итеүселәрҙең хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса башҡарылған эштәр тураһында һөйләне. “Республика Башлығы Радий Хәбировтың указы нигеҙендә беҙҙә 2030 йылға тиклем хәүефһеҙлекте тәьмин итеү программаһы ғәмәлдә. Пляждар һаны арта. Халыҡ һыу ингән урындарҙы минималь йыһазландырыу буйынса ҡарар ҡабул ителде, беҙҙә улар 800-гә яҡын. Барыһы ла контролгә алынған. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты һәм урындағы үҙидара органдары менән берлектә уларға тейешле иғтибар бирәбеҙ. Ике аҙна дауамында бөтә 174 декларацияланған пляжда Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының ГИМС хеҙмәткәрҙәре иҫкәртеү визиттары үткәрәсәк, уларҙың хәүефһеҙлек мәсьәләләрен тәьмин итеүгә һәм бөтә кәрәкле әйберҙәр менән йыһазландырыуға әҙерлеге тикшереләсәк", – тине Эдуард Иҙр

Йәйге осорҙа хәүефһеҙлек мәсьәләләренә арналған брифинг барышында Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса Баш идаралығы начальнигы вазифаһын башҡарыусы Эдуард Иҙрисов республиканың һыу ятҡылыҡтары буйында ял итеүселәрҙең хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса башҡарылған эштәр тураһында һөйләне. “Республика Башлығы Радий Хәбировтың указы нигеҙендә беҙҙә 2030 йылға тиклем хәүефһеҙлекте тәьмин итеү программаһы ғәмәлдә. Пляждар һаны арта. Халыҡ һыу ингән урындарҙы минималь йыһазландырыу буйынса ҡарар ҡабул ителде, беҙҙә улар 800-гә яҡын. Барыһы ла контролгә алынған. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты һәм урындағы үҙидара органдары менән берлектә уларға тейешле иғтибар бирәбеҙ. Ике аҙна дауамында бөтә 174 декларацияланған пляжда Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының ГИМС хеҙмәткәрҙәре иҫкәртеү визиттары үткәрәсәк, уларҙың хәүефһеҙлек мәсьәләләрен тәьмин итеүгә һәм бөтә кәрәкле әйберҙәр менән йыһазландырыуға әҙерлеге тикшереләсәк", – тине Эдуард Иҙрисов. Башҡортостан Республикаһында рөхсәт ителмәгән урында һыу ингән өсөн административ яуаплылыҡ билдәләнгән (БР Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексының 13.12-се статьяһы). Уға ярашлы, граждандарға өс меңдән дүрт мең һумға тиклем штраф һалыныуы ихтимал. Бында һыу инеү тыйылыу тураһында иҫкәртеү һәм тыйыу билдәләре ҡуйылған урындар күҙ уңында тотола. Фото: fotobank02.ru