Найти в Дзене

"Ике атайымды ла яратам!"

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, популяр йырсы Гөлназ Асаеваның ижадын күптәр ярата. "Туған тел" телеканалының "Сер итеп кенә" тапшырыуында йырсыға бер аҙ урынһыҙ һорау биргәндәр. "Дөрөҫөн әйт әле, ҡайһы атайыңды нығыраҡ яратаһың?" - тигән алып барыусы. "Ундай һорау булмай, - тип ҡаршы төшкән Гөлназ Асаева. - Уларҙың береһе мине яҡты донъяға килтерҙе, шуның өсөн мин уға рәхмәтлемен. Икенсеһе мине үҙ ҡыҙындай яҡын күреп үҫтерҙе. Мин уларҙы бер нисек тә айыра алмайым. Улар икеһе лә минең өсөн ҡәҙерле". "Рөстәм атай тураһын бәреп әйтә торған кеше түгел. Аҡрынлап, яйлап ҡына аңлата, низағтарға инмәй. Ләкин бик ғәҙел. Унан шул сифатты алғанмындыр. Һәм тышҡы ҡиәфәтем менән дә мин - атайҙың күсермәһе. Фәдис ағай - ысын ир кеше. Ул тураһын әйтә, борғоланып тормай. Мин дә шул яғым менән уға оҡшағанмын", - ти йырсы. Әйткәндәй, Гөлназ бар ерҙә лә ике атаһын да яҡын күреүен, икеһен дә хөрмәт итеүен белдерә. Улай ғына түгел, уға ғүмер биргән Рөстәм Асаев менән тәрбиәләп үҫтергән Фәдис Ғәниев

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, популяр йырсы Гөлназ Асаеваның ижадын күптәр ярата. "Туған тел" телеканалының "Сер итеп кенә" тапшырыуында йырсыға бер аҙ урынһыҙ һорау биргәндәр. "Дөрөҫөн әйт әле, ҡайһы атайыңды нығыраҡ яратаһың?" - тигән алып барыусы. "Ундай һорау булмай, - тип ҡаршы төшкән Гөлназ Асаева. - Уларҙың береһе мине яҡты донъяға килтерҙе, шуның өсөн мин уға рәхмәтлемен. Икенсеһе мине үҙ ҡыҙындай яҡын күреп үҫтерҙе. Мин уларҙы бер нисек тә айыра алмайым. Улар икеһе лә минең өсөн ҡәҙерле". "Рөстәм атай тураһын бәреп әйтә торған кеше түгел. Аҡрынлап, яйлап ҡына аңлата, низағтарға инмәй. Ләкин бик ғәҙел. Унан шул сифатты алғанмындыр. Һәм тышҡы ҡиәфәтем менән дә мин - атайҙың күсермәһе. Фәдис ағай - ысын ир кеше. Ул тураһын әйтә, борғоланып тормай. Мин дә шул яғым менән уға оҡшағанмын", - ти йырсы. Әйткәндәй, Гөлназ бар ерҙә лә ике атаһын да яҡын күреүен, икеһен дә хөрмәт итеүен белдерә. Улай ғына түгел, уға ғүмер биргән Рөстәм Асаев менән тәрбиәләп үҫтергән Фәдис Ғәниев үҙ-ара ла бик яҡшы мөнәсәбәттә. Ғөмүмән, Гөлназ Асаева - ике атайлы бик бәхетле йырсы. Фото һәм сығанаҡ: "Интертат".