Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

"ПромСвязьБанк" вуз-ара кампустың икенсе сиратын төҙөүҙә партнер буласаҡ

"ПромСвязьБанк" Өфөлә Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенең юғары уҡыу йорттары араһындағы студенттар кампусының икенсе сиратын төҙөүҙә финанс партнеры булып сығыш яһаясаҡ. Хеҙмәттәшлек тураһында тейешле килешеүгә Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы сиктәрендә Башҡортостан Башлығы һәм банк рәйесе Петр Фрадков ҡул ҡуйҙы. Радий Хәбиров банк етәкселегенә проектҡа ҡыҙыҡһыныуы өсөн рәхмәт белдерҙе. – Һеҙҙең менән эшләү уңайлы. Был да һеҙҙең өсөн ҡыҙыҡлы проект булыр тип уйлайым. Һеҙҙең кеүек партнер беҙҙең өсөн бик мөһим, – тип билдәләне Башҡортостан Башлығы. – Кампустар төҙөү темаһы популярлаша бара. Хәҙер улар илдең 30 төбәгендә төҙөлә, ә беҙ тәүге һайлап алыуға эләктек, унда ошондай һигеҙ объект инде. Республика өсөн был бик амбициоз проект. Петр Фрадков иһә, кампус Башҡортостанда Евразия фәнни-тикшеренеү үҙәген үҫтереүҙә мөһим звеноға әйләнәсәк, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды. – Фән һәм мәғарифты үҫтереү-илдең технологик суверенитеты нигеҙе. Өфөлә донъя кимәлендәге кампус булдырыу республика һәм ми

"ПромСвязьБанк" Өфөлә Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенең юғары уҡыу йорттары араһындағы студенттар кампусының икенсе сиратын төҙөүҙә финанс партнеры булып сығыш яһаясаҡ. Хеҙмәттәшлек тураһында тейешле килешеүгә Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы сиктәрендә Башҡортостан Башлығы һәм банк рәйесе Петр Фрадков ҡул ҡуйҙы. Радий Хәбиров банк етәкселегенә проектҡа ҡыҙыҡһыныуы өсөн рәхмәт белдерҙе. – Һеҙҙең менән эшләү уңайлы. Был да һеҙҙең өсөн ҡыҙыҡлы проект булыр тип уйлайым. Һеҙҙең кеүек партнер беҙҙең өсөн бик мөһим, – тип билдәләне Башҡортостан Башлығы. – Кампустар төҙөү темаһы популярлаша бара. Хәҙер улар илдең 30 төбәгендә төҙөлә, ә беҙ тәүге һайлап алыуға эләктек, унда ошондай һигеҙ объект инде. Республика өсөн был бик амбициоз проект. Петр Фрадков иһә, кампус Башҡортостанда Евразия фәнни-тикшеренеү үҙәген үҫтереүҙә мөһим звеноға әйләнәсәк, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды. – Фән һәм мәғарифты үҫтереү-илдең технологик суверенитеты нигеҙе. Өфөлә донъя кимәлендәге кампус булдырыу республика һәм милли масштабтағы мәсьәләләрҙе хәл итеүгә һәләтле белгестәрҙең яңы быуындарын әҙерләү өсөн реаль мөмкинлектәр аса, – тине банк рәйесе. Фотолар: Башҡортостан Республикаһы Башлығының матбуғат хеҙмәте.