Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

“Ғаилә ипотекаһы”кемгә ҡулай?

“Ғаилә ипотекаһы” программаһы 2018 йылдан алып эшләй. Былтыр уны 2030 йылға тиклем яңы шарттарҙа оҙайттылар. Бынан тыш, 2025 йылдың 1 апреленән мөһим үҙгәрештәр индерелде. “Ғаилә ипотекаһы” программаһы буйынса, торлаҡ алыуға түбән ставка менән кредит алырға мөмкин. Ҡағиҙә булараҡ, уны балалы ғаиләләр яңы фатир һәм өй йәки шәхси йорт төҙөү өсөн файҙалана. 2025 йылда кредитты алыу шарттары бер аҙ үҙгәрҙе. Рәсәй биләмәһендә льготалы кредитты алты йәшкә тиклем бала тәрбиәләгән йәки бәлиғ булмаған йәштәге инвалид бала ҡараған, йәиһә бәлиғ булмаған йәштәге ике балаһы булған ғаиләнең алыуы мөмкин, был осраҡта кредит шәхси йорт төҙөүгә алына. Башҡортостандың 14 ҡалаһында хәҙер ғаилә ипотекаһын икенсел торлаҡ алыуға тотонорға мөмкин. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 1 апрелдән 6 процентҡа тиклемге йыллыҡ льготалы ставка төҙөлөш яй барған төбәктәрҙә икенсел баҙарҙа фатирҙар һатып алыуға йүнәлтелгән. Бөгөн льготалы ставка буйынса икенсел фатирҙарҙы Рәсәйҙең 901 ҡалаһында һатып алырға мөмкин, шул иҫәп

“Ғаилә ипотекаһы” программаһы 2018 йылдан алып эшләй. Былтыр уны 2030 йылға тиклем яңы шарттарҙа оҙайттылар. Бынан тыш, 2025 йылдың 1 апреленән мөһим үҙгәрештәр индерелде. “Ғаилә ипотекаһы” программаһы буйынса, торлаҡ алыуға түбән ставка менән кредит алырға мөмкин. Ҡағиҙә булараҡ, уны балалы ғаиләләр яңы фатир һәм өй йәки шәхси йорт төҙөү өсөн файҙалана. 2025 йылда кредитты алыу шарттары бер аҙ үҙгәрҙе. Рәсәй биләмәһендә льготалы кредитты алты йәшкә тиклем бала тәрбиәләгән йәки бәлиғ булмаған йәштәге инвалид бала ҡараған, йәиһә бәлиғ булмаған йәштәге ике балаһы булған ғаиләнең алыуы мөмкин, был осраҡта кредит шәхси йорт төҙөүгә алына. Башҡортостандың 14 ҡалаһында хәҙер ғаилә ипотекаһын икенсел торлаҡ алыуға тотонорға мөмкин. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 1 апрелдән 6 процентҡа тиклемге йыллыҡ льготалы ставка төҙөлөш яй барған төбәктәрҙә икенсел баҙарҙа фатирҙар һатып алыуға йүнәлтелгән. Бөгөн льготалы ставка буйынса икенсел фатирҙарҙы Рәсәйҙең 901 ҡалаһында һатып алырға мөмкин, шул иҫәптән Башҡортостандың 14 ҡалаһында .Бына улар: Баймаҡ, Белорет, Бөрө, Благовещен, Дәүләкән, Ишембай, Мәләүез, Туймазы, Яңауыл, Ағиҙел, Межгорье, Күмертау, Салауат һәм Сибай ҡалалары. Тәүҙә ғаилә ипотекаһы балалы ғаиләләрҙең яңы төҙөлөштәрҙә фатир алыуына маҡсат тотоп индерелһә лә, тормош башҡа йүнәлештең мөһимлеген күрһәтте. Ғаиләләрҙең бындай сара менән файҙаланыу мөмкинлеге булмай сыҡты, сөнки күп ҡалаларҙа яңы төҙөлөштәр бармай тиерлек. Икенсел баҙарҙа фатир һатып алыу мөмкинлеге ғаиләләрҙең торлаҡҡа ихтыяжын ҡәнәғәтләндереүҙә яңы аҙым. Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.