Найти в Дзене
"Урал" гәзите

ХӘЙЕРЛЕ ИРТӘЛӘР МЕНӘН, ДУҪТАР

ХӘЙЕРЛЕ ИРТӘЛӘР МЕНӘН, ДУҪТАР! ☕СӘЙ Үс ҡанғансы сәй эсәйек әле, Яһа, әсәй, яһа ҡатыраҡ. Маңлайҙарҙан тирҙәр бәреп сыҡһа, Был донъялар күпкә яҡтыраҡ. Икәү итмәй булмаҫ, сәйхур булып Сыҡҡан инде беҙҙең исемдәр. Эсәйексе бер әсмуха сәйгә Ерен һатҡан башҡорт өсөн дә. Өсәү итәм. Боронғонан ҡалған "Өскә тиклем", - тигән йола бар; Ни тиһәң дә, беҙ бит - кендектәрен Иман әйтеп киҫкән балалар. Сәй яңырғас, ҡабатламай хәл юҡ, Эсә белһәң, сәй ҙә - бер аҙыҡ... Был яғына инде һанамайыҡ, Ризыҡ һанап эсеү - ҙур яҙыҡ. Үс ҡанғансы сәй эсәйек әле, Яһа, әсәй, яһа ҡатыраҡ. Маңлайҙарҙан тирҙәр бәреп сыҡһа, Һағыштарым күпкә яҡтыраҡ. Мәүлит ЯМАЛЕТДИН.

ХӘЙЕРЛЕ ИРТӘЛӘР МЕНӘН, ДУҪТАР!

☕СӘЙ

Үс ҡанғансы сәй эсәйек әле,

Яһа, әсәй, яһа ҡатыраҡ.

Маңлайҙарҙан тирҙәр бәреп сыҡһа,

Был донъялар күпкә яҡтыраҡ.

Икәү итмәй булмаҫ, сәйхур булып

Сыҡҡан инде беҙҙең исемдәр.

Эсәйексе бер әсмуха сәйгә

Ерен һатҡан башҡорт өсөн дә.

Өсәү итәм.

Боронғонан ҡалған

"Өскә тиклем", - тигән йола бар;

Ни тиһәң дә, беҙ бит - кендектәрен

Иман әйтеп киҫкән балалар.

Сәй яңырғас, ҡабатламай хәл юҡ,

Эсә белһәң, сәй ҙә - бер аҙыҡ...

Был яғына инде һанамайыҡ,

Ризыҡ һанап эсеү - ҙур яҙыҡ.

Үс ҡанғансы сәй эсәйек әле,

Яһа, әсәй, яһа ҡатыраҡ.

Маңлайҙарҙан тирҙәр бәреп сыҡһа,

Һағыштарым күпкә яҡтыраҡ.

Мәүлит ЯМАЛЕТДИН.