Найти в Дзене
Бөрйән яңылыҡтары

Ҡәҙерле егеттәр һәм ҡыҙҙар, хөрмәтле Бөрйән районы йәштәре

Ҡәҙерле егеттәр һәм ҡыҙҙар, хөрмәтле Бөрйән районы йәштәре!

Һеҙҙе һоҡланғыс байрамығыҙ менән ихлас ҡотлайым. Йәшлек – һәр кешенең тормошондағы иң матур осор, ҡыйыу пландар, өмөттәр һәм асыштар мәле. Был байрам тәү сиратта тормошҡа яңы ҡараш һәм креативлыҡ, энергия байрамы, сөнки йәштәр һәр ваҡыт яңылыҡҡа ынтыла, донъяны яҡшыраҡ итеү теләге менән яна.

Башҡортостанда йәштәр сәйәсәтенә ҙур иғтибар бирелә. Йәштәрҙең үҫеше өсөн шарттар булдырыла, торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға йүнәлтелгән программалар эшләй. Беҙ йәштәргә ҙур өмөттәр бағлайбыҙ, уларҙан йолаларыбыҙҙы дауам итеп, районды, республиканы, илде төҙөкләндереүҙәрен, ныҡлы ғаиләләр ҡороп, балалар үҫтереүҙәрен көтәбеҙ.

Хөрмәтле Бөрйән районы йәштәре,  байрам уңайынан  һеҙгә киләсәгегеҙ бәхетле һәм ижади, изге уйҙар һәм ҡыҙыҡлы эштәр менән тулы булыуын теләйем. Ныҡлы һаулыҡ һәм именлек, бөтмәҫ дәрт һәм рух күтәренкелеге Һеҙгә! Һеҙ – йәш, аҡыллы һәм һәләтле. Һеҙҙең бар хыялдарығыҙҙың тормошҡа ашыуын теләйем! Бар еңеүҙәрегеҙ, уңыштарығыҙ, ҡаҙаныштарығыҙ тыуған яғыбыҙҙы, милли байлығыбыҙҙы үҫтереүгә булышлыҡ итһен.

Бөрйән районы муниципаль район Хакимиәте башлығы  Р.М. Абдуллин.