Тәмле нәмәгә тартылғанда, әммә шул уҡ ваҡытта фигураны һәм һаулыҡты һаҡлап ҡалырға теләгәндә, ярҙамға шәкәрһеҙ өйҙә әҙерләнгән еләк ҡайнатмаһы килә. Был ҡышҡа тәмлекәс әҙерләү генә түгел, ә йәйҙең тәмен артыҡ калорияһыҙ һаҡлау ысулы. Бындай рецепт диабет менән ауырыусыларға ла, аҡ шәкәрҙән баш тартырға теләүселәргә лә яраҡлы. Ингредиенттары: баҡса еләге – 1 кг; алма һуты (тәбиғи, шәкәрһеҙ) – 250 мл; желе яһаусы компоненты – пектин (ҡабындағыы инструкция буйынса, ғәҙәттә 1,2 аш ҡалағы); лимон һуты – 1 аш ҡалағы (теләк буйынса, тәм сағыулығы өсөн) Нисек әҙерләргә: Баҡса еләген йыуабыҙ, үләнен алып ташлайбыҙ һәм яртылаш йәки дүрттән бер өлөшкә бүләбеҙ. Ҡаҙанға алма һутын ҡойоп, еләк өҫтәйбеҙ һәм еләк һут биргәнсе уртаса утта 5-7 минут бешерәбеҙ. Пектин һалабыҙ, яҡшылап болғатабыҙ һәм масса ҡуйыра башлағансы тағы 5-7 минут бешерәбеҙ. Әгәр кәрәк булһа, лимон һутын өҫтәйбеҙ. Ҡайнатманы стерилләнгән банкаларға ҡоябыҙ һәм ҡышҡылыҡҡа тимер ҡапҡас менән ябып ҡуябыҙ йәки һыуытҡыста һаҡлайбыҙ (тиҙ