Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Бейеүсе ҡаҡы ашап үлгән...

Бөгөн бик аяныслы хәбәр билдәле булды: йырсы Ришат Төхвәтуллиндың төркөмөндә бейегән Башҡортостан егете Азамат Заһиров вафат булған. Был турала йырсы социаль селтәрҙә һөйләне. Йәш, дәрте ташып торған егеттең үлемендә... ҡаҡы үләне ғәйепле... Азамат сығышы менән Борай районынан. “Бөгөн беҙҙең йөрәктәребеҙ ауыртыуҙан өҙөлә. Коллегабыҙ, дуҫыбыҙ, талантлы бейеүсе Азамат вафат. Күптән түгел ул үҙенең тыуған яғы – Борай ауылына ҡайтып киткәйне. Унда туғандарына ярҙам иткән, баҡсала эшләгән. Ул урманда ҡаҡы йыйған, ә яҡында ғына урынлашҡан колхоз баҫыуҙарын төрлө химикаттар менән эшкәрткән булған. Ел был химикаттарҙы төрлө яҡтарға таратҡан һәм яҡындағы үләндәрҙе ағыулаған. Азамат ҡаҡы өҙөп ашаған һә ныҡ итеп ағыуланған. Бер нисә көн үҙен насар тоя, температураһы күтәрелә. Уны дауаханаға алып китәләр. Табиптар һуңғы көнгә тиклем уның ғүмере өсөн көрәшә. Беҙ уны ҡотҡарырға тырышҡан, өмөтләнгән, ярҙам иткән һәр кемгә рәхмәтлебеҙ. Азамат ике аҙна комала булды, ләкин табибтар нисек кенә тырышһа ла

Бөгөн бик аяныслы хәбәр билдәле булды: йырсы Ришат Төхвәтуллиндың төркөмөндә бейегән Башҡортостан егете Азамат Заһиров вафат булған. Был турала йырсы социаль селтәрҙә һөйләне. Йәш, дәрте ташып торған егеттең үлемендә... ҡаҡы үләне ғәйепле... Азамат сығышы менән Борай районынан. “Бөгөн беҙҙең йөрәктәребеҙ ауыртыуҙан өҙөлә. Коллегабыҙ, дуҫыбыҙ, талантлы бейеүсе Азамат вафат. Күптән түгел ул үҙенең тыуған яғы – Борай ауылына ҡайтып киткәйне. Унда туғандарына ярҙам иткән, баҡсала эшләгән. Ул урманда ҡаҡы йыйған, ә яҡында ғына урынлашҡан колхоз баҫыуҙарын төрлө химикаттар менән эшкәрткән булған. Ел был химикаттарҙы төрлө яҡтарға таратҡан һәм яҡындағы үләндәрҙе ағыулаған. Азамат ҡаҡы өҙөп ашаған һә ныҡ итеп ағыуланған. Бер нисә көн үҙен насар тоя, температураһы күтәрелә. Уны дауаханаға алып китәләр. Табиптар һуңғы көнгә тиклем уның ғүмере өсөн көрәшә. Беҙ уны ҡотҡарырға тырышҡан, өмөтләнгән, ярҙам иткән һәр кемгә рәхмәтлебеҙ. Азамат ике аҙна комала булды, ләкин табибтар нисек кенә тырышһа ла, организмы сыҙай алмаған. Ул арабыҙҙан китте. Азамат төркөмөбөҙҙөң йөрәге һәм ғорурлығы булды. Мин белгән яҡты, мәрхәмәтле, изге кешеләрҙең береһе. Уның таланты, энергияһы һәм йылыһы беҙҙең менән мәңгегә ҡалыр. Урының ожмахта булһын, Азамат. Бөтөн туғандары, яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашам”, – тип яҙҙы Ришат. Фото: Азамат Заһировтың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.