Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Туризм үҫеше мәҙәниәттән башлана

Бөгөн башланып, 8 июнгә тиклем барасаҡ “Әйҙә, уйнарға” II Бөтә Рәсәй уйындар һәм уйынсыҡтар фестиваленә ярашлы, “Турист биләмәләрен үҫтереүгә этәргес булараҡ, балалар туризмы” тигән темаға стратегик фекер алышыу булды. Унда төп иғтибар балалар өсөн уңайлы, хәүефһеҙ мөхит булдырыу, баш ҡалала ғаилә менән сәйәхәт итеүгә яҡшы мөмкинлектәр асыу бурыстарына йүнәлтелде. Сарала Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Зөһрә Гордиенко, Рәсәй турист индустрияһы союзының балалар һәм йәштәр туризмы буйынса проект офисы етәксеһе Елена Перескокова, “Яңы проекттарҙы үҫтереү буйынса стратегик башланғыстар агентлығы” ойошмаһының “Ҡала иҡтисады” дивизионы программаһы етәксеһе Светлана Подшибякина, баш ҡала хакимиәте, мәғариф ведомстволары вәкилдәре, төрлө төбәктәрҙән килгән тармаҡ белгестәре ҡатнашты. Өфө ҡалаһы хакимиәте вәкилдәре үҙ сығышында билдәләүенсә, балаға йәшәгән урынында уңайлы, яҡшы булырға тейеш. Был йәһәттән баш ҡалабыҙҙа төрлө эштәр башҡарыла. Мәҫәлән, Өфө дәүләт нефть техник униве

Бөгөн башланып, 8 июнгә тиклем барасаҡ “Әйҙә, уйнарға” II Бөтә Рәсәй уйындар һәм уйынсыҡтар фестиваленә ярашлы, “Турист биләмәләрен үҫтереүгә этәргес булараҡ, балалар туризмы” тигән темаға стратегик фекер алышыу булды. Унда төп иғтибар балалар өсөн уңайлы, хәүефһеҙ мөхит булдырыу, баш ҡалала ғаилә менән сәйәхәт итеүгә яҡшы мөмкинлектәр асыу бурыстарына йүнәлтелде. Сарала Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Зөһрә Гордиенко, Рәсәй турист индустрияһы союзының балалар һәм йәштәр туризмы буйынса проект офисы етәксеһе Елена Перескокова, “Яңы проекттарҙы үҫтереү буйынса стратегик башланғыстар агентлығы” ойошмаһының “Ҡала иҡтисады” дивизионы программаһы етәксеһе Светлана Подшибякина, баш ҡала хакимиәте, мәғариф ведомстволары вәкилдәре, төрлө төбәктәрҙән килгән тармаҡ белгестәре ҡатнашты. Өфө ҡалаһы хакимиәте вәкилдәре үҙ сығышында билдәләүенсә, балаға йәшәгән урынында уңайлы, яҡшы булырға тейеш. Был йәһәттән баш ҡалабыҙҙа төрлө эштәр башҡарыла. Мәҫәлән, Өфө дәүләт нефть техник университетының туризм, ҡунаҡхана һәм ресторан сервисы кафедраһы тарафынан үҙенсәлекле проект булдырылған. Уның программаһына ярашлы, балаларға эшлекле уйындарҙан алып экскурсияларға тиклем төрлө форматтағы саралар ойошторолған. Проектта ҡатнашыусылар баш ҡаланың тарихи урындары менән танышҡан, экскурсия эшмәкәрлеге нигеҙҙәрен өйрәнгән, үҙҙәренең бәләкәй сәйәхәтен уҙғарып ҡараған. Һөҙөмтәлә айырым уңыштарға өлгәшкән уҡыусыларға Өфө дәүләт нефть техник университетының Йәштәр туризмы үҙәгендә стажировка үтергә тәҡдим ителгән. Сессияның тәүге блогында ҡала инфраструктураһы балалар туризмының нигеҙе булараҡ ҡаралды. Сарала ҡатнашыусылар балаларҙы, уларҙың ата-әсәһен уңайлы, хәүефһеҙ шарттар менән тәьмин иткән физик һәм социаль инфраструктура булдырыуға ҡағылышлы мәсьәләләр буйынса фекер алышты. Икенсе блокта ҡаланы үҫтереү, унда файҙалы ял итеү өсөн уңайлы мөхит булдырыу эшенә балаларҙың үҙҙәрен ылыҡтырыу юлдары тикшерелде. – Тәү сиратта беҙ йәш быуын вәкилдәрендә мәҙәнилек тәрбиәләргә тейешбеҙ. Улар йәшәгән урыны, үҙ төбәге тураһында күберәк белергә тейеш. Шул саҡта башҡа яҡтарҙы ла күреү, уларға хөрмәт менән ҡарау ынтылышы тыуа, ә был үҙ сиратында туризм үҫешенә этәргес бирәсәк, – тине фекер алышыуҙа ҡатнашыусылар. Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәте сайты.