Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Өфөлә Рәсәй Китап союзының күсмә ултырышы булды

30 майҙа, III Китап байрамы башланған көндә, БР Башлығы Радий Хәбиров менән Рәсәй Китап союзы президенты Сергей Степашин күсмә ултырыш үткәрҙе. Ул эшлекле мәсьәләләргә арналды. Бында нәшриәттәр, полиграфия ойошмалары, китапханалар вәкилдәре, яҙыусы һәм журналистар, профиль министрлыҡтары һәм ведомстволары етәкселәре ҡатнашты. Республика етәксеһе хәҙерге заман милли әҙәбиәтен популярлаштырыу, китапханаларға булышлыҡ итеү өсөн күп нәмә эшләнә, тип билдәләне. З. Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте тураһында һөйләне, китапханалар селтәрен телгә алды. БР Башлығы республикала яҙыусыларға ярҙам системаһы булдырылыуы хаҡында ла әйтеп үтте. Бында С. Юлаев, Ш. Бабич, Һ.Дәүләтшина исемендәге премиялар, 30-ҙан артыҡ муниципаль награда инә. “Тиҙҙән балалар әҙәбиәте конкурсы башлана. Балалар һәм үҫмерҙәр араһында башлап яҙғандар өсөн конкурс тураһында ла уйлайбыҙ. Хәрби-патриотик әҫәрҙәр буйынса күләмле конкурсты ла башланыҡ, уның приз фонды 10 миллион һум тәшкил итә”, – тип таныштырҙы Радий Хәбиро

30 майҙа, III Китап байрамы башланған көндә, БР Башлығы Радий Хәбиров менән Рәсәй Китап союзы президенты Сергей Степашин күсмә ултырыш үткәрҙе. Ул эшлекле мәсьәләләргә арналды. Бында нәшриәттәр, полиграфия ойошмалары, китапханалар вәкилдәре, яҙыусы һәм журналистар, профиль министрлыҡтары һәм ведомстволары етәкселәре ҡатнашты. Республика етәксеһе хәҙерге заман милли әҙәбиәтен популярлаштырыу, китапханаларға булышлыҡ итеү өсөн күп нәмә эшләнә, тип билдәләне. З. Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте тураһында һөйләне, китапханалар селтәрен телгә алды. БР Башлығы республикала яҙыусыларға ярҙам системаһы булдырылыуы хаҡында ла әйтеп үтте. Бында С. Юлаев, Ш. Бабич, Һ.Дәүләтшина исемендәге премиялар, 30-ҙан артыҡ муниципаль награда инә. “Тиҙҙән балалар әҙәбиәте конкурсы башлана. Балалар һәм үҫмерҙәр араһында башлап яҙғандар өсөн конкурс тураһында ла уйлайбыҙ. Хәрби-патриотик әҫәрҙәр буйынса күләмле конкурсты ла башланыҡ, уның приз фонды 10 миллион һум тәшкил итә”, – тип таныштырҙы Радий Хәбиров. Ул Китап байрамының Рәсәй китап союзы президенты ҡатнашлығында Попечителдәр советын булдырырға тәҡдим итте. Сергей Степашин был фекерҙе хупланы, фестивалде ойошторған өсөн рәхмәт белдерҙе һәм Р. Хәбировҡа Рәсәй китап союзының орденын тапшырҙы. БР Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров һәм Рәсәй Китап союзы президенты Сергей Степашин хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Журналистар менән әңгәмәһендә Р. Хәбиров кәңәшмәнең һөҙөмтәләре менән таныштырҙы. “Фекер алышыу файҙалы булды, беҙ күп һорауҙарҙы барланыҡ. Килешеү төҙөлдө, бергә эшләйәсәкбеҙ”, – тине ул.