Билдәле блогер, рухи яҡтан көслө шәхес Рөстәм Нәбиев йәнә үҙенең шатлығы менән уртаҡлаша. Ул үҙенең Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлауы тураһында хәбәр итә. Был хаҡта блогер социаль селтәрендә яҙған һәм күптәр ҡыҙыҡһынып ниндәй табип булырға йыйыныуын һорағандар. –Мәктәптән һуң медицина университетына уҡырға инергә теләгән инем, ниңәлер нефтсе булып киттем. Мин суд-медицина эксперты булырға хыялланғайным. Әле БДМУ-ла социаль һорауҙар буйынса белгес һөнәрен үҙләштерҙем, киләсәктә Нәбиев клиникаһын асырға теләйем, - тигән блогер. Күптәргә өлгө булған Рөстәм Нәбиевтең был хыялы ла мотлаҡ тормошҡа ашыр, һәр башланғысында уңыштар ҡына юлдаш булһын! Әйткәндәй, Рөстәм Нәбиев тиҙҙән өсөнсөгә атай булырға йыйына. Фото һәм сығанаҡ: Рөстәм Нәбиевтың социаль селтәренән