29 майҙа Республика Йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Рәсәй Почтаһы» акционерҙар йәмғиәтенең Республика Федераль почта элемтәһе идаралығы директоры Ленард Шафиҡов менән осрашты. Көн тәртибендә - төбәктә почта инфраструктураһын үҫтереү перспективалары. Ленард Шафиҡов Башҡортостан етәкселегенә ярҙамы өсөн рәхмәт белдерҙе. «Рәсәй Почтаһы»ның республика филиалы бүлексәләре һан буйынса илдә иң ҙуры булып тора – 1 280, уларҙың төп өлөшө ауыл ерендә урынлашҡан. – Беҙ - социаль йүнәлешле структура, айырыуса бәләкәй тораҡ пункттар өсөн, - тип билдәләне төбәк идаралығы етәксеһе. - Бынан тыш, республикала магистраль сорттарға айырыу үҙәге һәм үҙ автотранспорт предприятиеһы эшләй. Радий Хәбиров почта хеҙмәте эшмәкәрлегенең мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды һәм филиал етәкселегенә, айырыуса алыҫ ауыл ерендә эшләгәндәре өсөн рәхмәт әйтте. Фото: glavarb.ru