Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Был ғаиләлә дүрт ҡыҙ һәм алты ул тәрбиәләнә

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров күп балалы әсәләрҙе наградлау тураһындағы указға ҡул ҡуйған. “Әсәлек даны” миҙалы – республикабыҙҙың киләсәге булған балаларҙы тәрбиәләгән әсәйҙәрҙең көндәлек хеҙмәтен таныу билдәһе. Ул биш һәм унан күберәк балаларҙы тәрбиәләгән ҡатындарға тапшырыла. Әлшәй, Баймаҡ, Белорет, Бишбүләк, Благовещен, Бүздәк, Бөрйән, Ғафури, Дәүләкән, Ейәнсура, Илеш, Ишембай, Ҡариҙел, Ҡырмыҫҡалы, Күгәрсен, Кушнаренко, Мәсетле, Мишкә, Миәкә, Салауат, Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ, Өфө, Хәйбулла, Саҡмағош, Шишмә райондары, шулай уҡ Күмертау һәм Өфө ҡалалары почетлы билдәне аласаҡ. “Әсәлек – ауыр хеҙмәт һәм ҙур бәхет. Башҡортостандағы һәр әсәгә баш эйәбеҙ”, - тип белдерҙе төбәк етәксеһе. Бөгөн республикала 59 мең күп балалы әсә йәшәй – беҙҙә Волга буйы федераль округындағы иң ҙур күрһәткес. Властар киләсәктә лә балалар яҡшы, уңайлы шарттарҙа үҫһен өсөн балалар баҡсаларын, мәктәптәрҙе, поликлиникаларҙы һәм спорт үҙәктәрен үҫтереүҙе вәғәҙә итә. Фотоһүрәттә - Көйөргәҙе районынан Абдулли

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров күп балалы әсәләрҙе наградлау тураһындағы указға ҡул ҡуйған. “Әсәлек даны” миҙалы – республикабыҙҙың киләсәге булған балаларҙы тәрбиәләгән әсәйҙәрҙең көндәлек хеҙмәтен таныу билдәһе. Ул биш һәм унан күберәк балаларҙы тәрбиәләгән ҡатындарға тапшырыла. Әлшәй, Баймаҡ, Белорет, Бишбүләк, Благовещен, Бүздәк, Бөрйән, Ғафури, Дәүләкән, Ейәнсура, Илеш, Ишембай, Ҡариҙел, Ҡырмыҫҡалы, Күгәрсен, Кушнаренко, Мәсетле, Мишкә, Миәкә, Салауат, Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ, Өфө, Хәйбулла, Саҡмағош, Шишмә райондары, шулай уҡ Күмертау һәм Өфө ҡалалары почетлы билдәне аласаҡ. “Әсәлек – ауыр хеҙмәт һәм ҙур бәхет. Башҡортостандағы һәр әсәгә баш эйәбеҙ”, - тип белдерҙе төбәк етәксеһе. Бөгөн республикала 59 мең күп балалы әсә йәшәй – беҙҙә Волга буйы федераль округындағы иң ҙур күрһәткес. Властар киләсәктә лә балалар яҡшы, уңайлы шарттарҙа үҫһен өсөн балалар баҡсаларын, мәктәптәрҙе, поликлиникаларҙы һәм спорт үҙәктәрен үҫтереүҙе вәғәҙә итә. Фотоһүрәттә - Көйөргәҙе районынан Абдуллиндар ғаиләһе. Улар дүрт ҡыҙ һәм алты ул тәрбиәләй. Фаягөл Фаил улы балаларҙы лайыҡлы тәрбиәләгәне өсөн “Әсәлек даны” миҙалы менән наградланған. Ә Рәсәй Президенты Владимир Путин “Әсә-герой” исемен биреү тураһындағы указға ҡул ҡуйған. Сығанаҡ, фото: БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы.