5-6 июндә Өфөләге «Торатау» конгресс-холында «Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе» Асыҡ Академияһы ойошторола. Бишенсе тапҡыр сара Рәсәй кимәлендә уҙғарыла. Майҙанға бөтә илдән эксперттар, спикерҙар һәм билдәле ҡатын-ҡыҙҙар йыйыласаҡ. Республикабыҙҙың күп кенә мөйөштәрендә булып киткән «Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе» хәйриә проекты баш ҡала картаһына үҙенең юбилейлы билдәһен ҡуя. 2019 йылдың авгусынан алып проект 53 меңдән ашыу ҡатнашыусыны үҙ эсенә алған, Башҡортостандың 39 районында булған, Мәскәүҙә ВДНХ-ла «Рәсәй» халыҡ-ара күргәҙмә-форумында күрһәтелгән, республиканың төп телеканалында - Башҡортостан юлдаш телевидениеһында 19 телемарафон трансляцияланған, Өфөлә дүрт тапҡыр бөтә Рәсәй кимәлендә үткән. Был юлы ҡунаҡтарҙы нимә көтә? Бай эшлекле программа, лекциялар, түңәрәк өҫтәлдәр, консультация майҙансыҡтары, күргәҙмә зоналары, танышыу, тәжрибә уртаҡлашыу, яңы идеялар булдырыу һәм үҙеңдең бәхетле тормошоң өсөн илһам алыуға булышлыҡ иткән ышаныслы, йылы мөхит! Сара ҡунаҡтары араһында — психология