Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Ярты йыл элек йырлап видеоға төшкән егеттәрҙең яҙмышы билдәле булды

Ярты йыл элек уҡытыусы Ғайса Ишмөхәмәтов үҙенең сәхифәһендә йөк машинаһы кузовында китеп барған яугирҙәр араһында бер яҡташыбыҙҙың йырлағанын төшөрөп алған видеороликты баҫтырып, былай тип яҙғайны: "Егеттәрҙең ризалығы менән ҡуям. Йырсының (Кушнаренко егете) эргәһендә видеоға төшөрөп ултырған егет - уҡыусым, позывнойы –"Башҡорт". Үҙ теләге менән махсус операцияға барырға контракт төҙөп ҡайтҡас, оҙаҡ һөйләшеп ултырҙыҡ. "Барам, ағай, барырға кәрәк!" – тип аңлатты. – "Бронежилетыма һәләк булған ауылдаштарымдың исемдәрен яҙып алам!" Кемдәрҙеңдер төрлө яҙмышлы, бер маҡсатлы ғәзиз балалары өсөн күңелем тулды, күңелдәрен үҙҙәре йыуатҡан булалар, ә күҙҙәрҙә – һағыш! Һәр ваҡытта яҡындарҙыңШат йөҙҙәрен килә гел күрәһе.Тормоштарҙың аяҙ күгенБәхеттәргә килә лә төрәһе... Йырҙағы һүҙҙәр юш килһен, иҫән-һау әйләнеп ҡайтығыҙ, батырҙар!" Әле килеп был егеттәрҙең яҙмышын белешкәндәргә Ғайса Ишмөхәмәтов яуап яҙҙы. "Ошо егеттәрҙең яҙмыштарын һорап күп яҙалар. Видеоны яңынан ҡуям. Кушнарен егете - йырсы Ма

Ярты йыл элек уҡытыусы Ғайса Ишмөхәмәтов үҙенең сәхифәһендә йөк машинаһы кузовында китеп барған яугирҙәр араһында бер яҡташыбыҙҙың йырлағанын төшөрөп алған видеороликты баҫтырып, былай тип яҙғайны: "Егеттәрҙең ризалығы менән ҡуям. Йырсының (Кушнаренко егете) эргәһендә видеоға төшөрөп ултырған егет - уҡыусым, позывнойы –"Башҡорт". Үҙ теләге менән махсус операцияға барырға контракт төҙөп ҡайтҡас, оҙаҡ һөйләшеп ултырҙыҡ. "Барам, ағай, барырға кәрәк!" – тип аңлатты. – "Бронежилетыма һәләк булған ауылдаштарымдың исемдәрен яҙып алам!" Кемдәрҙеңдер төрлө яҙмышлы, бер маҡсатлы ғәзиз балалары өсөн күңелем тулды, күңелдәрен үҙҙәре йыуатҡан булалар, ә күҙҙәрҙә – һағыш! Һәр ваҡытта яҡындарҙыңШат йөҙҙәрен килә гел күрәһе.Тормоштарҙың аяҙ күгенБәхеттәргә килә лә төрәһе... Йырҙағы һүҙҙәр юш килһен, иҫән-һау әйләнеп ҡайтығыҙ, батырҙар!" Әле килеп был егеттәрҙең яҙмышын белешкәндәргә Ғайса Ишмөхәмәтов яуап яҙҙы. "Ошо егеттәрҙең яҙмыштарын һорап күп яҙалар. Видеоны яңынан ҡуям. Кушнарен егете - йырсы Марсель әле алғы һыҙыҡта үҙ бурысын үтәй. Яраланғандан һуң госпиталдә ятып, ҡатыны эргәһенә барып, ҡыҫҡа ғына ялда булғандан һуң тағы алғы һыҙыҡҡа китте, хәлдәрен белешеп торабыҙ. Уҡыусым Вилнур Ҡужанаҡов Курск өлкәһен азат иткәндә батырҙарса һәләк булды. Контузия алыуына ҡарамаҫтан, дауаланыуҙан баш тартып, ғүмеренең һуңғы минутына тиклем иптәштәре менән ҡалды. Ә инде йырсының икенсе яғында шым ғына видеоға төшөрөп ултырған 19 йәше лә тулмаған Аяздан былтырғы йылдың ноябрь айынан хәбәре булманы, тик бөгөн генә тыуған ерендә (Белорет районы) ерләнеләр. Төрлө яҙмышлы, бер маҡсатлы батыр, ҡыйыу егеттәр... Марселдең иҫән ҡайтыуын теләйек! Вилнур менән Аяздың яҡындарына Хоҙай сабырлыҡ, түҙемлек бирһен... Тормоштарҙың аяҙ күгенБәхеттәргә килә лә төрәһе..." Фото: А. Хәсәнова. Сығанаҡ: https://vk.com/wall678020109_2607