Башҡортостанда йәшәүселәр 4 айҙа мутлашыусыларҙы 1 миллиардҡа байытҡан. Мутлашыусыларҙың ялы юҡ. Һаҡ булығыҙ! ▫️Шикле VPN-сервистар менән ҡулланмағыҙ. ▫️Төрлө паролдәр менән файҙаланырға, уларҙы даими алмаштырып тороу кәрәк. ▫️Шәхси йәки коммерция мәғлүмәттәрен тапшырыу өсөн йәмәғәт урындарында асыҡ нөктәләр менән файҙаланмау мөһим. ▫️Әгәр һеҙгә шылтыратып, иҫәптән аҡса күсерелеүе хаҡында хәбәр итһәләр, трубканы ташлағыҙ һәм банк бүлексәһенә шылтыратығыҙ. ▫️Шәхси мәғлүмәт, картаның кире яғындағы кодығыҙҙы шылтыратыусы аферистарға әйтә күрмәгеҙ. ▫️Әгәр һеҙгә шылтыратып, туғанығыҙ бәләгә осраған тиһәләр, иң тәүҙә уға шылтыратығыҙ.
Башҡортостанда йәшәүселәр 4 айҙа мутлашыусыларҙы 1 миллиардҡа байытҡан
23 мая 202523 мая 2025
~1 мин