Учалы районы предприятиеһы аҙыҡ-түлек борсағы тейәлгән 26 тимер юл вагонын экспортҡа оҙатты, тип хәбәр иттеләр республиканың Ауыл хужалығы министрлығынан. Төбәктең агросәнәғәт комплексы продукцияһын сит илгә “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) маҡсаттарына ярашлы оҙатыла. Тауарҙы Россельхознадзорҙың Башҡортостан буйынса идаралығы белгестәре ҡараған. Белгестәр бөтәһе 667 тонна борсаҡты контролдә тотҡан, тауар Ҡытай Халыҡ Республикаһына экспортҡа әҙерләнгән. Ҡуҙаҡлы культураның һайлап алынған өлгөләре “Федераль хайуандар һаулығын һаҡлау үҙәге” федераль дәүләт бюджет учреждениеһының Башҡортостан филиалының һынау лабораторияһында тейешле экспертиза үткән. Борсаҡ импортлаусы илдең талаптарына тап килә. Ҡытай донъяла киптерелгән борсаҡты иң күп ҡулланыусы булып тора. Һуңғы йылдарҙа Башҡортостан ҡуҙаҡлы культуралар экспортын был илгә оҙатыуҙы арттыра бара. Башҡортостан агросәнәғәт комплексы тауарын донъяның 41 иленә һата.