2025 йылдың ғинуарынан Башҡортостан урмандарында инспекторҙар янғын хәүефе хәлен контролдә тотоу өсөн 7200-гә яҡын патруллек үткәрҙе. Был “Экологик именлек” милли проектының бурыстарына яуап бирә, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығынан. – Патруллек итеүҙең маҡсаты – ҡағиҙә боҙоуҙы табыу түгел. Урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре халыҡ менән һөйләшә, иҫкәртеү саралары үткәрә һәм агитация материалдары тарата. Беҙҙең эштә ҡағиҙәләрҙе ҡабатлау бер ҡасан да артыҡ булмай, сөнки һүҙ бик күҙалланмаған дошман – ут стихияһы тураһында бара, – тип аңлатты Башҡортостан Республикаһының урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов. Ауыр юл участкаларында авиация ярҙамында контроль алып барыла. Патруль йышлығы янғын хәүефлелеге класына һәм һауа шарттарына бәйле. Бынан тыш, төбәктең бөтә биләмәһе йыһандан күҙәтелә. Ә янғынға хәүефле райондарҙа “Урман һаҡсыһы” дистанцион видеокүҙәтеү камераларынан мәғлүмәттәр алына. “Экологик именлек” милли проекты (национальный проект “Экологическое бл