Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы иҫкәртә: бөгөн кис һәм иртәгә көн дауамында Башҡортостанда йәшен йәшнәүе, елдең көндөҙ урыны менән секундына 22 метрға етеүе көтөлә. Был фаразды “Башгидромет” сипоптиктары раҫлай. Уларҙың мәғлүмәттәре буйынса, республикала болотло һауа торошо, ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, урыны менән йәшен йәшнәүе көтөлә. Ел урыны менән секундына 17-22 метр тиҙлектә иҫә. Һауа температураһы төндә +8,+13°, көндөҙ +15,+20 градус була. Автомобиль юлдарында төндә һәм иртән урыны менән томан, күреү мөмкинлеге 500-1000 метр. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы иҫкә төшөрә: - йәшен ваҡытында урамға сыҡһаң, мөмкин тиклем тиҙерәк теләһә ниндәй бинаға (магазин, торлаҡ йорт һ. б.) инеп кит; - бейек ағастарға яҡын барма, иҫеңдә тот, йәшен иң бейек нөктәгә бәрелә; - әгәр һыу ятҡылығы янында булһағыҙ, ярҙан алыҫлашығыҙ. Һыу, тимер кеүек үк, бик яҡшы электр үткәргес. Фото: МЧС.