Ғаиләләрен ауылдарында ҡалдырып ситтә эшләп йөрөгән замандаштарыбыҙ аҙ түгел. Бының төп сәбәбе ауылдарҙағы эшһеҙлек менән бәйле. Әбйәлил районында яңы предприятие асылыуы урындағы халыҡҡа эшһеҙлек мәсьәләһен дә хәл итергә ярҙам итәсәк. Компания тау-байыҡтырыу комбинатында яҡынса 1500 урын булдырырға планлаштыра һәм кәмендә 90 процент хеҙмәткәрҙәрҙе Әбйәлил районынан алыу ниәтләнә. Тау-байыҡтырыу комбинатында эшләргә теләүселәрҙе тау һөнәрҙәренә уҡытырға әҙер булыу ҙа урындағы халыҡ өсөн файҙаға. “Салауат” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Таһир Бәхтегәрәев тә ошо турала белдерҙе: – Комбинат асылмаған, беҙ әленән үк урындағы егеттәрҙе юғары уҡыу йорттарында уҡытыу өсөн йыябыҙ. Иң беренсе беҙ үҙебеҙгә белгестәр булдырырға теләйбеҙ. Беҙҙең комбинат ауылдарҙың социаль-иҡтисади үҫешен тәьмин итеп кенә ҡалмаясаҡ, уларҙы тергеҙергә лә булышлыҡ итәсәк. Яңы тау-байыҡтырыу комбинаты барлыҡҡа килеүе, яңы эш урындарын асасаҡ. Заманса предприятиела эш булһа, йәштәр ҙә ҡайтасаҡ. Был уларға