Найти в Дзене

Кирбес заводы яңы юлдар эҙләй

Туймазылағы “СтройХолдинг” кирбес заводы “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проектының (национальный проект “Эффективная и конкурентная экономика”) “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” федераль проектында ҡатнаша. Предприятиеға һаҡсыл етештереү алымдары индерелә башланы, тип хәбәр ителде Башҡортостан Хөкүмәте сайтында. Был заводҡа 1956 йылда нигеҙ һалынған. Унда үҙебеҙҙә генә түгел, башҡа төбәктәрҙә лә мохтажлыҡ кисерелгән һары кирбес етештерелә. “Төҙөлөш тармағы предприятиеларын конкуренцияға һәләтле, технология яғынан үҫешкән итеп күргебеҙ килә. “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” проектында ҡатнашыу компанияларға яңы уңышлы тәжрибәләрҙән файҙаланыу, заманса идара итеү алымдарына өйрәнеү мөмкинлеген бирә”, – ти республика Хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов. Федераль проект буйынса адреслы ярҙам сараларына ярашлы, Төбәк компетенциялар үҙәге эксперттары етештереү эшмәкәрлегенә тулыһынса диагностика яһай, һөҙөмтәлелекте күтәреү резервтары

Туймазылағы “СтройХолдинг” кирбес заводы “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проектының (национальный проект “Эффективная и конкурентная экономика”) “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” федераль проектында ҡатнаша. Предприятиеға һаҡсыл етештереү алымдары индерелә башланы, тип хәбәр ителде Башҡортостан Хөкүмәте сайтында. Был заводҡа 1956 йылда нигеҙ һалынған. Унда үҙебеҙҙә генә түгел, башҡа төбәктәрҙә лә мохтажлыҡ кисерелгән һары кирбес етештерелә. “Төҙөлөш тармағы предприятиеларын конкуренцияға һәләтле, технология яғынан үҫешкән итеп күргебеҙ килә. “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” проектында ҡатнашыу компанияларға яңы уңышлы тәжрибәләрҙән файҙаланыу, заманса идара итеү алымдарына өйрәнеү мөмкинлеген бирә”, – ти республика Хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов. Федераль проект буйынса адреслы ярҙам сараларына ярашлы, Төбәк компетенциялар үҙәге эксперттары етештереү эшмәкәрлегенә тулыһынса диагностика яһай, һөҙөмтәлелекте күтәреү резервтарын асыҡлай, аныҡ ҡарарҙар тәҡдим итә. Шул уҡ ваҡытта иң көсөргәнешле участкаларға айырым иғтибар бүленә, уларҙа хеҙмәтте тиҙерәк, сифатлыраҡ ойоштороу ысулдары тормошҡа ашырыла. “СтройХолдинг” заводында әле процестарҙы анализлау өсөн эш төркөмө төҙөлгән. Һаҡсыл етештереү нигеҙҙәре буйынса тренингтар үтә, проектта ҡатнашыуҙың маҡсатлы күрһәткестәре билдәләнә. Идара итеүҙең заманса алымдарын индереү етештереү күләмен күтәреү, тотҡарлыҡтарҙы кәметеү, продукция сифатын яҡшыртыу мөмкинлеген бирәсәк, ти эксперттар. “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проектының маҡсаттары – иҡтисадты, финанс баҙарын, конкуренцияға һәләтте үҫтереү, хеҙмәт етештереүсәнлеген, инвестиция әүҙемлеген күтәреү, шулай уҡ тармаҡ эшмәкәрлегенең тирә-яҡ мөхиткә кире йоғонтоһон кәметеү. Сәнәғәт секторына, юғары технологияларға, йәштәр бизнесына айырым иғтибар бүленә. Билдәле булыуынса, яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары нигеҙендә 2025 йылдан алып тормошҡа ашырыла. Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.