Башҡортостанда енесте алмаштырыу рөхсәт ителгән илдәрҙә йәшәүселәргә балаларҙы уллыҡҡа биреү тыйыласаҡ. Республика парламенты төбәк Ғаилә кодексына тейешле үҙгәрештәр индерҙе. Яңы нормалар уллыҡҡа алыусыларға ғына түгел, шулай уҡ опекундарға һәм попечителдәргә лә ҡағыла. Республика Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙа аңлатыуҙарынса, бындай саралар балаларҙың психологик именлеген һаҡлауға йүнәлтелгән. – Беҙ бөгөн ата-әсә ҡарауынан ҡалған балаларҙы һәм етемдәрҙе үҙебеҙҙең ил граждандары ғаиләләренә уңышлы урынлаштырабыҙ, – тип тыйыу тураһында аңлатма бирҙе ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова. – Беҙҙең илдә йәшәгән ата-әсәләр өҫтөнлөк менән файҙалана. Башҡа илдә йәшәгән ғаиләнең баланы уллыҡҡа алыу осрағы 2019 йылда теркәлде. Һуңғы алты йылда республика балалары бары үҙебеҙҙең илдәге ғаиләләргә тәрбиәгә бирелде. Законға ярашлы енесте алмаштырыу рөхсәт ителгән илдәрҙә йәшәүселәргә балаларҙы уллыҡҡа, опекунлыҡҡа, попечителлеккә биреүҙе тыйыу балалар хәүефһеҙлеге өсөн өҫ