Найти в Дзене

Төрлө милләт вәкилдәре булһаҡ та, беҙҙе Ватаныбыҙ берләштерә

Бөгөн Өфөлә “Торатау” конгресс-холында уҙған “Ватан көсө – сила Отечества” форумы инде дүртенсе тапҡыр тамырҙары тураһында хәтерҙе һаҡлаған һәм Атайсалға әүҙем ярҙам иткән һәр кемде берләштерә. Белеүебеҙсә, был форум Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән 2021 йылдың мартында старт алды һәм унда “Атайсал – бәләкәй ватан” проектына йомғаҡ яһала. Был ваҡыт эсендә проект 7 500-ҙән ашыу ҡатнашыусыны берләштерҙе, был илһөйәрҙәр 1,7 миллиард һумдан ашыу аҡса һалған. Ҡалаларҙа, ауылдарҙа бөтәһе 31 меңдән ашыу башланғыс тормошҡа ашырылған. Сара иртәнге 8-ҙә үк форумда ҡатнашыусыларҙы һәм ҡунаҡтарҙы теркәүҙән башланды. Конгресс-холдың фойеһында “Яҡташтарыбыҙҙың изге эштәре” видеосалоны ойошторолған. Муниципаль берәмектәр биләмәһендә “Атайсал” порталының тормошҡа ашырылған проекттары тураһында сюжеттар күрһәтелеп тора. Фотозонаһы, телеканалдарҙың асыҡ студияһы, яҡындан аралашыу урындары булдырылған. Муниципаль берәмектәрҙә "Атайсал" проектын тормошҡа ашырыу презентацияһы, “Барыһы ла

Бөгөн Өфөлә “Торатау” конгресс-холында уҙған “Ватан көсө – сила Отечества” форумы инде дүртенсе тапҡыр тамырҙары тураһында хәтерҙе һаҡлаған һәм Атайсалға әүҙем ярҙам иткән һәр кемде берләштерә. Белеүебеҙсә, был форум Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән 2021 йылдың мартында старт алды һәм унда “Атайсал – бәләкәй ватан” проектына йомғаҡ яһала. Был ваҡыт эсендә проект 7 500-ҙән ашыу ҡатнашыусыны берләштерҙе, был илһөйәрҙәр 1,7 миллиард һумдан ашыу аҡса һалған. Ҡалаларҙа, ауылдарҙа бөтәһе 31 меңдән ашыу башланғыс тормошҡа ашырылған. Сара иртәнге 8-ҙә үк форумда ҡатнашыусыларҙы һәм ҡунаҡтарҙы теркәүҙән башланды. Конгресс-холдың фойеһында “Яҡташтарыбыҙҙың изге эштәре” видеосалоны ойошторолған. Муниципаль берәмектәр биләмәһендә “Атайсал” порталының тормошҡа ашырылған проекттары тураһында сюжеттар күрһәтелеп тора. Фотозонаһы, телеканалдарҙың асыҡ студияһы, яҡындан аралашыу урындары булдырылған. Муниципаль берәмектәрҙә "Атайсал" проектын тормошҡа ашырыу презентацияһы, “Барыһы ла еңеү өсөн!” тематик күргәҙмә зонаһы эшләне. Сәғәт 10-дан бер юлы 10 майҙансыҡта төрлө темалар буйынса секциялар эшен башланы. Беҙ “Атайсал. Туған йолалар” секцияһы эшен күҙәттек. Уны РФ Дәүләт Думаһы депутаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Ринат ҡыҙы Айытҡолова, БР Мәҙәниәт министрлығының Республика халыҡ ижады үҙәге генераль директоры урынбаҫары, филология фәндәре кандидаты Нәфисә Булат ҡыҙы Тулыбаева алып барҙы. Эльвира Айытҡолова һүҙҙәренсә, традициялар – ул беҙҙең тарихыбыҙ, киләсәгебеҙ нигеҙләнгән нәмә. - Проект Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров инициативаһы буйынса 2019 йылдан алып уҙғарыла. Йыл һайын яҙ көнө яңылыҡтар менән уртаҡлашыу, ошо осорҙа ниндәй мәсьәләләр хәл ителеүе хаҡында һөйләү, киләсәккә пландар менән уртаҡлашыу өсөн бында осрашабыҙ, - тип билдәләне Эльвира Ринат ҡыҙы. Сарала ҡатнашыусыларҙы Республика Халыҡ ижады үҙәге директоры Салауат Кирәев сәләмләне. - Беҙҙең һәр беребеҙ бәләкәй ватаныбыҙҙа изге эштәр алып барыусы була ала. "Атайсал" проекты милләтенә, диненә һәм йәшенә ҡарамай бөтә ватандаштарыбыҙҙы берләштерә, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Салауат Илгиз улы. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Юлдаш Мөхәммәт улы Йосопов, тарих фәндәре кандидаты Гөлназ Булат ҡыҙы Хафизова һәм башҡа спикерҙар сығышы тыңланды. Улар төрлө тарафтарҙа йәшәгән, әммә барыһы ла атайсалын, милләтенең телен, мәҙәниәтен, рухын һаҡлауға тос өлөш индергән ватандаштарыбыҙ тураһында йөкмәткеле сығыштары менән тәжрибә уртаҡлашты. Әммә уларҙың фекере бер ине - төрлө милләт вәкилдәре булһаҡ та, беҙҙе Ватаныбыҙ берләштерә. - Көндән-көн Башҡортостандың танылыу кимәле арта барыуын күрәбеҙ. Әйтергә кәрәк, һуңғы айҙарҙа бөтә донъя башҡорттар тураһында белде – миллионлаған кеше башҡорт телендә йырлай, мәҙәниәтебеҙ, тарихыбыҙ менән ҡыҙыҡһына. Был, һис шикһеҙ, республиканың имиджын нығытыуға булышлыҡ итә. Ватандаштарыбыҙ донъяның бөтә мөйөштәрендә йәшәй. Ҡаҙағстанда, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә, Ҡырғыҙстанда, Ҡытайҙа, Төркиәлә, Үзбәкстанда һәм башҡа илдәрҙә башҡорт ойошмалары әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлеге алып бара. Улар менән даими бәйләнештә торабыҙ, ҡоролтай үткәргән сараларға һәм проекттарға йәлеп итәбеҙ, - тип һөйләне Юлдаш Мөхәмәт улы. “Сәсән” этник мәҙәниәттәрҙе популярлаштырыу һәм үҫтереүгә булышлыҡ итеү буйынса автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошма етәксеһе, Мәскәү башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма Комитеты ағзаһы Әлфиә Агеева форумда тәүге тапҡыр ҡатнаша. Әлфиә Миңлеғәли ҡыҙы Ырымбур өлкәһенән. Күп йылдар баш ҡалала йәшәһә лә, тыуған иле менән бәйләнешен юғалтмай. Уның туранан-тура ҡатнашлығында 2016 йылда Новосергиевский районының Новоахмерово ауылында беренсе “Тыуған яҡ шишмәләре” фестивале үткәрелә, ә икенсеһе бер йылдан Һуң Александровский районының Иҫәнгилде ауылында ойошторолған. - Ырымбур башҡорттарының традицион мәҙәниәтен һаҡлау өсөн күп нәмә эшләнә. 2018 йылда Переволоцк, Новосергиев, Александровск, Ҡыуандыҡ райондарында оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо. Беҙ шулай уҡ яҡташтарыбыҙҙы Мәскәүгә саҡырабыҙ. 2016 йылда Александровский районы Иҫәнгилде ауылының ижади коллективы "Сәсән" ижади берекмәһе концертында ҡатнашты. Шул уҡ ваҡытта саралар үткәреү менән генә сикләнмәйбеҙ, экскурсиялар ҙа үткәрәбеҙ – мотлаҡ Ҡыҙыл Майҙанға барабыҙ, Мәңгелек утҡа сәскәләр һалабыҙ, - тип һөйләне Әлфиә Агеева. "Солтан – Бында ауылды тергеҙәләр" проектының авторы һәм инвесторы Камил Хәйруллин - үҙенсәлекле кеше. Камил Әғзәм улы үҙ иҫәбенә Силәбе өлкәһенең Ҡоншаҡ районы Солтан ауылында йорттар төҙөй һәм уларҙы күп балалы ғаиләләргә тапшыра. - Беҙҙең ауыл бәләкәй, ҡышҡыһын йөҙгә яҡын кеше йәшәй. Мин күп балалы ғаиләлә үҫтем. Беҙҙе лайыҡлы кешеләр итеп тәрбиәләгән әсәйемде ҙур йылылыҡ менән иҫкә алам, - тип һөйләне силәбе эшҡыуары. Ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, ул ярты юлда туҡтап ҡалырға йыйынмай - "Мин ауылға үлергә бирмәйем!"- тип ҡбелдерҙе ул. Түңәрәк өҫтәл сиктәрендә шулай уҡ традицион ҡиммәттәрҙе һаҡлауға, заманса сәнғәтте үҫтереүгә, башҡорт халҡының этнографияһына ҡағылышлы докладтар тыңланды. Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.