12 майҙа Өфөнөң үҙәгендә урынлашҡан В.И. Ленин паркы ябылды, сөнки унда төҙөкләндереү эштәре башланды. 2025 йылға план буйынса ағастарҙы нығытыу, күп йыллыҡ ҡыуаҡтар ултыртыу, коммуникацияларҙы алмаштырыу, юлдарҙы төҙөкләндереү ҡаралған. Парк 2026 йылдың 11 октябренә асылырға тейеш. Яңыраҡ Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы ултырышында республика Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса В.И. Ленин исемендәге паркты төҙөкләндереү буйынса йәмәғәт күҙәтеүенең ваҡытлыса эшсе төркөмө составы раҫланды. 13 майҙа был паркты төҙөкләндереү буйынса йәмәғәт күҙәтеүенең ваҡытлыса эшсе төркөмөнөң беренсе ултырышы үтте. Йәмәғәт күҙәтеүселәре паркты ҡараны, башҡарыласаҡ эштәр күләмен баһаланы, объекттың йөкмәткеһе буйынса фекерҙәре менән уртаҡлашты, подрядсы компания вәкиленә һорауҙар бирҙе. Хөрмәтулла ҮТӘШЕВ, М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актеры, Рәсәйҙәң һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, Йәмәғәт күҙәтеүенең ваҡытлыса эшсе төркөмө ағзаһы: – Кешеләрҙе парк ҡына борсомай, шула
Хөрмәтулла Үтәшев: "Паркта милли һыҙаттар булырға тейеш”
14 мая 202514 мая 2025
1 мин