Беренсе Моҡас ауылында Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллыҡ юбилейына арналған Әлнисә Алдырханова-Кәримованың "Ҡаһарман халҡым минең" тигән китабының исем туйы үтте. Был йыйынтыҡта 1-се һәм 2-се Моҡаста хеҙмәт юлы үткән данлы хеҙмәткәрҙәр, яу батырҙары, арҙаҡлы шәхестәр тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр, мәҡәләләр тупланған. Китаптың Еңеү байрамына өлгөрөп баҫылып сығыуы бик ҡыуаныслы булды. Исем туйын туйлап, һуғыш ветерандары рухтарына аяттар бағышлап, уларҙың иҫтәлегенә веноктар һалып, ғөмүмән, сара бик йылы шарттарҙа үтте, бик күп тулҡындырғыс сығыштар булды. Ә инде сараның аҙағы тәмле сәй табыны менән тамамланды. Исем туйына ауыл халҡы, икенсе райондан, сит өлкәнән ҡунаҡтар, Баймаҡ район хакимиәтенән вәкил - Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе, "Һаҡмар" гәзите мөхәррире урынбаҫары Мөхәмәтшин Азамат Салауат улы, БР Башлығының ижтимағи-сәйәси үҫеш буйынса идаралығының советнигы Йәнекәев Юлдаш Ибраһим улы, Моҡас ауыл биләмәһе башлығы Хажина Гөлназ Айрат ҡыҙы ҡатнашты. Моҡас ауыл биләм
Беренсе Моҡас ауылында Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллыҡ юбилейына арналған Әлнисә Алдырханова-Кәримованың "Ҡаһарман халҡым минең" тигән китабының
13 мая 202513 мая 2025
~1 мин