Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Эшлекле осрашыу үтте

Көн тәртибендә төбәктең сит илдәр менән тышҡы иҡтисади хеҙмәттәшлеге, шулай уҡ Рәсәй Сит ил эштәре министрлығының Башҡортостандағы вәкиллеге эшмәкәрлеге мәсьәләләре ҡаралды. Радий Хәбиров төбәктең тышҡы сәйәсәт ведомствоһы менән үҙ-ара килешеп эш итеүенең мөһимлеген билдәләне. – Беҙ Рәсәй Сит ил эштәре министрлығы менән конструктив эш алып барабыҙ. Өфөлә министрлыҡтың вәкиллеге әүҙем эшләй. Уны тәжрибәле дипломат Венер Мөхәмәтфатих улы Ғәлиәкбәров етәкләй. Беҙ уның республиканың халыҡ-ара бәйләнештәрен үҫтереүгә индергән өлөшөн юғары баһалайбыҙ, – тине Башҡортостан Башлығы. Рәсәй Сит ил эштәре министрлығының махсус йөкләмәләр буйынса илсеһе төбәк етәксеһенә йылы ҡаршылауҙары өсөн рәхмәт әйтте һәм килеүенең маҡсаттары тураһында һөйләне. – Сәфәребеҙҙең төп бурысы – төбәк вәкиллеге эше менән танышыу, тәжрибә уртаҡлашыу, ағымдағы мәсьәләләрҙе тикшереү һәм артабанғы хеҙмәттәшлек өсөн тәҡдимдәр әҙерләү, – тине Эдуард Малаян. – Башҡортостандың әүҙем үҫешеүен, халыҡ-ара партнерҙарҙың киң даирә

Көн тәртибендә төбәктең сит илдәр менән тышҡы иҡтисади хеҙмәттәшлеге, шулай уҡ Рәсәй Сит ил эштәре министрлығының Башҡортостандағы вәкиллеге эшмәкәрлеге мәсьәләләре ҡаралды. Радий Хәбиров төбәктең тышҡы сәйәсәт ведомствоһы менән үҙ-ара килешеп эш итеүенең мөһимлеген билдәләне. – Беҙ Рәсәй Сит ил эштәре министрлығы менән конструктив эш алып барабыҙ. Өфөлә министрлыҡтың вәкиллеге әүҙем эшләй. Уны тәжрибәле дипломат Венер Мөхәмәтфатих улы Ғәлиәкбәров етәкләй. Беҙ уның республиканың халыҡ-ара бәйләнештәрен үҫтереүгә индергән өлөшөн юғары баһалайбыҙ, – тине Башҡортостан Башлығы. Рәсәй Сит ил эштәре министрлығының махсус йөкләмәләр буйынса илсеһе төбәк етәксеһенә йылы ҡаршылауҙары өсөн рәхмәт әйтте һәм килеүенең маҡсаттары тураһында һөйләне. – Сәфәребеҙҙең төп бурысы – төбәк вәкиллеге эше менән танышыу, тәжрибә уртаҡлашыу, ағымдағы мәсьәләләрҙе тикшереү һәм артабанғы хеҙмәттәшлек өсөн тәҡдимдәр әҙерләү, – тине Эдуард Малаян. – Башҡортостандың әүҙем үҫешеүен, халыҡ-ара партнерҙарҙың киң даирәһе менән үҙ-ара эш итеүен күрәбеҙ. Осрашыуҙа Рәсәй Федерацияһы субъекттары, Рәсәй Сит ил эштәре министрлығының парламенты һәм йәмәғәт берекмәләре менән бәйләнештәр буйынса департаменты директоры Андрей Авдеев Башҡортостандың тышҡы иҡтисади эшмәкәрлегенең юғары кимәлен билдәләне. – Былтыр Мәскәүҙә Рәсәй Сит ил эштәре министрлығы майҙансығында сит илдәрҙең дипломатик корпусы өсөн Башҡортостандың презентацияһы үтте. Республика уны нисек үткәреү стандартын күрһәтте. Беҙҙең майҙансыҡта сығыш яһағандан һуң, башҡа төбәктәр һеҙҙең форматта йүнәлеш ала. Башҡортостан халыҡ-ара бәйләнештәрҙе үҫтереү буйынса илдең ун лидеры иҫәбенә инә. Был республиканың идара итеү командаһының, уның Рәсәй Сит ил эштәре министрлығы вәкиллеге эшенә иғтибар итеүенең һәм тышҡы үҙ-ара эш итеүҙең дөйөм стратегияһының ҡаҙанышы, – тине Андрей Авдеев. Рәсәй Сит ил эштәре министрлығының махсус йөкләмәләр буйынса илсеһе Эдуард Малаян төбәктең тышҡы иҡтисади эшмәкәрлек өлкәһендәге әүҙемлеген юғары баһаланы: – Башҡортостандың 105 халыҡ-ара партнеры бар. Был шәп күрһәткес. Республика ҙур потенциалға эйә, һәм беҙ уның башланғыстарына тышҡы сәйәси ярҙам күрһәтергә әҙербеҙ. Фото: glavarb.ru