Башҡортостанда айырым категорияға ҡараған пенсионерҙарға түләүҙәр ҡаралған. Республикала һуғыш балаларына икешәр мең һум аҡса бер тапҡыр бирелә. Был хаҡтағы Указға Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйған. Аҡса 1927 йылдың 22 июненән 1945 йылдың 3 сентябренә тиклем арауыҡ ваҡытта тыуғандарға һәм Башҡортостанда даими йәшәгәндәргә бирелә. Төбәк түләүҙәрен 108 мең тирәһе кеше аласаҡ. Аҡсаны Республика халыҡҡа социаль ярҙам үҙәге аша күсерәсәктәр. Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә, түләүҙәрҙе 7 майҙан банк картаһына күсерәсәктәр йәки Рәсәй почтаһы аша түләйәсәктәр. Был пенсияны биреү алымына бәйле буласаҡ. Бер ниндәй ҙә ғаризаны яҙыу кәрәкмәй. Ветерандарҙың айырым категорияһы түләүҙәрҙе федераль бюджеттан аласаҡ. Улар – концлагерҙар, гетто һәм Икенсе донъя һуғышы осоронда ойошторолған башҡа мәжбүри тотоу урындары тотҡондары, Финляндия менән һуғышта, Бөйөк Ватан һуғышында, Япония менән һуғышта һәләк булғандарҙың тол ҡатындары, Бөйөк Вата
Пенсионерҙарға Бөйөк Еңеү көнө айҡанлы ниндәй түләүҙәр ҡаралған?
6 мая 20256 мая 2025
~1 мин