Үзбәкстандың баш ҡалаһында “ИННОПРОМ. Үҙәк Азия” халыҡ-ара сәнәғәт күргәҙмәһе үтә, унда әлеге ваҡытта Башҡортостан Республикаһының рәсми делегацияһы, шул иҫәптән төбәк туроператорҙары ла бар. Сара сиктәрендә 28 апрелдә Башҡортостан Республикаһы эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Зөһрә Гордиенко Үзбәкстандың Экология, тирә-яҡ мөхитте һаҡлау һәм климат үҙгәреше министрлығы ҡарамағындағы Туризм буйынса комитет рәйесе урынбаҫары Сардор Ниязов һәм Үзбәкстандың Шәхси туристик ойошмалар ассоциацияһы вәкилдәре менән осрашты. – Халыҡ-ара сәнәғәт күргәҙмәһе “ИННОПРОМ. Үҙәк Азия” – ике республиканың туристик тармағын үҫтереүгә йүнәлтелгән бәйләнештәр булдырыу һәм берлектәге проекттар әҙерләү өсөн мөһим майҙансыҡ. Төбәктәребеҙҙең туристик потенциалын үҫтереүҙә көстәрҙе берләштереп, халыҡтарыбыҙ араһында мәҙәни бәйләнештәрҙе нығытыу ғына түгел, ә туристик бизнесты үҫтереү өсөн яңы мөмкинлектәр ҙә булдырасаҡбыҙ. Был, һис шикһеҙ, Башҡортостанға ла, Үзбәкстанға ла туристар ағымын арттырырға мөмкинлек бирә
Башҡортостандың туристик мөмкинлектәрен Ташкентта тикшерҙеләр
29 апреля 202529 апр 2025
2 мин