Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Егет әсәһен һәм өләсәһен ҡотҡарған, ә үҙе...

Ғафури районының Красноусол ауылында кирбес төкәтмәле ағас йортта янғын сыҡҡан. Ут тиҙ арала һарайға һәм бесәнгә тарала. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре килгәнгә тиклем 30 йәшлек ир янған йорттан әсәһен һәм өләсәһен ҡотҡарған, шулай уҡ әсе төтөн еҫкән ағыулана яҙған 67 йәшлек атаһына ла ярҙам иткән. Ҡыйыу егет үҙе аяҡ-ҡулдарын һәм арҡаһын яндырған. Ике ир ҙә дауаханаға оҙатылған, уларҙың ғүмере өсөн табиптар көрәшә. Хөрмәтле гарждандар, байрам көндәрендә уяулыҡты юғалтмағыҙ, ут менән һаҡ эш итегеҙ. Шулай уҡ балаларҙы, оло йәштәге туғандарығыҙҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ. Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан.