Төбәк етәксеһе республикабыҙҙың күп милләтле халҡы исеменән Советтар Союзы Геройҙары Александр Матросов менән Миңлеғәле Ғөбәйҙуллиндың үлемһеҙ ҡаһарманлығына арналған һәйкәлгә венок һалды. Унда Мәңгелек ут яна. Сарала ҡатнашыусылар Бөйөк Ватан һуғышы яуҙарында һәләк булған Тыуған ил һаҡсыларын бер минутҡа тын ҡалып иҫкә алды. Яугирҙәрҙең үлемһеҙ ҡаһарманлығына арналған тантаналы маршта Өфө фән һәм технологиялар университеты, Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институты курсанттары, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев исемендәге башланғыс осоу әҙерлеге Өфө дөйөм белем биреү мәктәп-интернаты тәрбиәләнеүселәре ҡатнашты. Төбәк етәксеһе ике тапҡыр Советтар Союзы Гепройы Муса Гәрәев ҡәберенә, Рәсәй Геройы генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов һәм генерал-майор Таһир Күсимов бюстарына, “Десантсылар быуындары союзы” һәйкәленә сәскә һалды. Паркта булғанда Радий Хәбиров Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, тыл хеҙмәтсәндәре менән аралашты, уларҙы байрам менән ҡотланы, һаулыҡ, оҙон ғү
Радий Хәбиров Өфөләге Еңеү паркында Мәңгелек утҡа венок һалды
9 мая 20259 мая 2025
1 мин