Ҡырмыҫҡалы егете “Аргон” позывнойлы хәрби хеҙмәткәр бөтә ғүмерен Тыуған илгә хеҙмәт итеүгә арнаған. Ул Һарт-Наурыҙ ауылында тыуып үҫә. Иртә йәштән хеҙмәт һөйөүсәнлеге, әүҙемлеге менән айырыла. Спорт менән шөғөлләнә, саңғыла шыуыу, йүгереү менән мауыға. Прибельский ауылы мәктәбен тамамлағас, Смоленск һауа һөжүменән һаҡланыу хәрби академияһына уҡырға инә. 2016 йылда Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөй. Академияла махсус радиотехник системалар инженеры һәм радиолокация комплекстарын файҙаланыу буйынса белгес профессияларына эйә була. Махсус хәрби операция башланыу менән хәрби йөктәр ташыуҙы ойоштороуға йәлеп ителә. 2024 йылдан Запорожье мотоуҡсылар полкының гранатомет взводы командиры вазифаһын үтәй. Хеҙмәт һөйөүсәнлеген, яуаплылығын, юғары профессиональ һәләттәрен күреп, полктың һауа һөжүменән һаҡланыу начальнигы итеп ҡуялар. Шуның менән бергә пилотһыҙ авиация системаларын файҙаланыу буйынса инструктор бурысын да үтәй. Хәҙерге ваҡытта “Аргон” пилотһыҙ осоу аппараттары подразд