Уралда һәм Волга буйында полимер торбалар етештереүсе эре предприятиеларҙың береһе "Өфө торба заводы" Башҡортостанда "Һөҙөмтәле һәм конкурентлыҡҡа һәләтле иҡтисад" милли проектында 192-се ҡатнашыусы булды. Был хаҡта хеҙмәт етештереүсәнлеге өлкәһендәге төбәк компетенциялар үҙәге (РЦК) хәбәр итә. 2011 йылда ойошторолған йәмғиәт төрлө тармаҡтарҙа һәм көнкүрештә ҡулланылған полимер торбалар етештереүсе юғары технологиялы предприятие булып тора. Заводтың ҡеүәте уға Уралдың был продукцияға булған ихтыяжын тулыһынса ҡапларға мөмкинлек бирә. Предприятие етештереү процестарының һөҙөмтәлелеген күтәреү һәм юғалтыуҙарҙы кәметеү өсөн Федераль компетенциялар үҙәге белгестәренән адреслы ярҙам аласаҡ. Завод төрлө ярҙам сараларына, шул иҫәптән Сәнәғәтте үҫтереү фондынан ташламалы финанслауға эйә була аласаҡ. Ул шулай уҡ кадрҙар әҙерләү өсөн һанлы хеҙмәттәр менән файҙалана аласаҡ. "Диагностика барышында етештереү һөҙөмтәлелеген арттырыу өсөн запастар билдәләнәсәк. Айырым иғтибар логистика, етештереү һә
Өфө торба заводы хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырасаҡ
23 апреля 202523 апр 2025
1 мин