Транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова "Өфө" аэропортында сит ил географияһы киңәйеүе хаҡында телмәр тотто. Был өлкәлә үҫеш күҙәтелә. Йәйгеһен республикабыҙҙың баш ҡалаһынан 18 йүнәлештә самолеттар осоуы планлаштырыла, мәҫәлән, Үзбәкстан, Әрмәнстан, Тажикстан, Беларусь, Грузия, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре, Мысыр, Төркиә, Таиландҡа. 23 марттан Өфө - Санья (Ҡытай) йүнәлеше асылды, уны "Аэрофлот" хеҙмәтләндерә. 29 апрелдән Истанбулға аҙнаһына ике рейс эшләнә, ә 1 июндән был яҡҡа тағы ла бер рейс өҫтәү ҡаралған. Минскиға икенсе рейстар өҫтәү буйынса эш бара, шулай уҡ Р. Хәбиров яңы йүнәлештәрҙе, шул иҫәптән Абхазияның баш ҡалаһы Сухумға, ҡарарға ҡушты. ***Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар "Ҡала электричкаһы" программаһы, Өфөлә транспортҡа күсеп ултырыу урындарын үҫтереү буйынса ла фекер алыштылар. Һуңғы биш йылда Дим - Шакша араһын электричкала үтеүселәр һаны артҡан. Уҙған йылда ҡала яны йүнәлештәрен 5,7 миллион пассажир үҙ иткән. Бер ыңғайҙан Өфөлә пассажир инфраструктураһын да әүҙем яң
"Транспорт сәғәте"ндә пассажирҙар ташыу мәсьәләләре ҡаралды
21 апреля 202521 апр 2025
1 мин