Найти в Дзене

Сүрәләр яҙылған селтәрҙәр

Була бит шундай оҫталар: уларҙың эшенә ҡарап хайран ҡалырлыҡ. Баймаҡ ҡалаһында йәшәгән Йәүһәр Искәнйәр ҡыҙы Түләкова күптән инде 90-ды тураҡлаған. Инәйҙең ҡыҙы Рәсимә Түләкова әсәһенең рөхсәте менән сүрәләрҙе сәйлән менән сигеп эшләгән түшелдеректәрен (селтәр) үҙенең "Бәйләнештә"ге сәхифәһенә ҡуйған. "Түшелдеректәргә сәйлән менән сигеп "Фатиха", "Аятҽл-Көрси", "Ән-Нәс" һәм "Әл-Фәләҡ" сүрәләрҽ яҙылған", - тип яҙа ул. Уларҙы сәйләндәр менән нисек эшләп ултырыуын инәй үҙе генә беләлер инде... Күпме түҙемлек һәм сабырлыҡ, күңел йылыһы, күҙ нуры һалып эшләнгән был эштәр ысын мәғәнәһендә юғары сәнғәт өлгөһө! Йәүһәр инәй 1933 йылда Йылайыр районының Юлдыбай ауылында тыуған. Ауыр һуғыш йылдарында атай-әсәйһеҙ ҡалып, балалар йортонда үҫкән. 1951 йылда Түләков Сөләймән Миңлеғәле улы менән ҡауышып, 5 ул һәм 3 ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерәләр. Бөгөн инәй Баймаҡ ҡалаһында бәләкәй ҡыҙы Рәсимә менән йәшәй. Һеҙҙең арала юҡмы шундай оҫта ҡуллы инәй-апайҙар, килен-еңгәйҙәр? Әйҙәгеҙ, ҡул эштәрен сағылдырған фотоһ

Була бит шундай оҫталар: уларҙың эшенә ҡарап хайран ҡалырлыҡ. Баймаҡ ҡалаһында йәшәгән Йәүһәр Искәнйәр ҡыҙы Түләкова күптән инде 90-ды тураҡлаған. Инәйҙең ҡыҙы Рәсимә Түләкова әсәһенең рөхсәте менән сүрәләрҙе сәйлән менән сигеп эшләгән түшелдеректәрен (селтәр) үҙенең "Бәйләнештә"ге сәхифәһенә ҡуйған. "Түшелдеректәргә сәйлән менән сигеп "Фатиха", "Аятҽл-Көрси", "Ән-Нәс" һәм "Әл-Фәләҡ" сүрәләрҽ яҙылған", - тип яҙа ул. Уларҙы сәйләндәр менән нисек эшләп ултырыуын инәй үҙе генә беләлер инде... Күпме түҙемлек һәм сабырлыҡ, күңел йылыһы, күҙ нуры һалып эшләнгән был эштәр ысын мәғәнәһендә юғары сәнғәт өлгөһө! Йәүһәр инәй 1933 йылда Йылайыр районының Юлдыбай ауылында тыуған. Ауыр һуғыш йылдарында атай-әсәйһеҙ ҡалып, балалар йортонда үҫкән. 1951 йылда Түләков Сөләймән Миңлеғәле улы менән ҡауышып, 5 ул һәм 3 ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерәләр. Бөгөн инәй Баймаҡ ҡалаһында бәләкәй ҡыҙы Рәсимә менән йәшәй. Һеҙҙең арала юҡмы шундай оҫта ҡуллы инәй-апайҙар, килен-еңгәйҙәр? Әйҙәгеҙ, ҡул эштәрен сағылдырған фотоһүрәттәрегеҙ менән уртаҡлашығыҙ әле. Фото: Рәсимә Түләкованың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.