Найти в Дзене

Бөгөн – геройҙар ваҡыты

Бөгөн - геройҙар ваҡыты "Башҡортостан геройҙары" республика программаһында ҡатнашыу өсөн ғариза биргән махсус хәрби операция яугирҙәре һайлап алыуҙың икенсе этабына тотондо. Быға тиклем улар онлайн-тест үткәйне. Әлеге ваҡытта ҡатнашыусылар 14 апрелдән 12 майға тиклем онлайн-әңгәмәләшеү үтә. Был алымдар уларҙың идара итеү потенциалын асыҡлай. Әңгәмәләшеү үткәндәрҙең барыһына ла квалификация күтәреү курстары тәҡдим ителә, унда кәрәкле күнекмәләргә эйә булырға мөмкин. Уҡыу тамамланғас, һәр кемгә сертификат бирелә. Артабан уларға көндөҙгө этапты һәм өҫтәмә заданиеларҙы үтергә тура киләсәк. Проекттың иң яҡшы ҡатнашыусылары һөнәри әҙерлеккә саҡырыу аласаҡ. Ҡатнашыусыларҙың уртаса йәше 40 йәш тирәһе. Улар араһында махсус хәрби операцияға тиклем үк идара итеү эшмәкәрлеге тәжрибәһенә эйә булыусылар күп кенә. Фронтта етәксе сифаттары юғалмай, киреһенсә, нығына һәм яңы күнекмәләр менән тулылана. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республикала «Башҡортостан геройҙары» программаһы быйыл февралдә старт алды. Хә

Бөгөн - геройҙар ваҡыты "Башҡортостан геройҙары" республика программаһында ҡатнашыу өсөн ғариза биргән махсус хәрби операция яугирҙәре һайлап алыуҙың икенсе этабына тотондо. Быға тиклем улар онлайн-тест үткәйне. Әлеге ваҡытта ҡатнашыусылар 14 апрелдән 12 майға тиклем онлайн-әңгәмәләшеү үтә. Был алымдар уларҙың идара итеү потенциалын асыҡлай. Әңгәмәләшеү үткәндәрҙең барыһына ла квалификация күтәреү курстары тәҡдим ителә, унда кәрәкле күнекмәләргә эйә булырға мөмкин. Уҡыу тамамланғас, һәр кемгә сертификат бирелә. Артабан уларға көндөҙгө этапты һәм өҫтәмә заданиеларҙы үтергә тура киләсәк. Проекттың иң яҡшы ҡатнашыусылары һөнәри әҙерлеккә саҡырыу аласаҡ. Ҡатнашыусыларҙың уртаса йәше 40 йәш тирәһе. Улар араһында махсус хәрби операцияға тиклем үк идара итеү эшмәкәрлеге тәжрибәһенә эйә булыусылар күп кенә. Фронтта етәксе сифаттары юғалмай, киреһенсә, нығына һәм яңы күнекмәләр менән тулылана. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республикала «Башҡортостан геройҙары» программаһы быйыл февралдә старт алды. Хәрби хеҙмәткәрҙәр өсөн мөһим кадрҙар проектының башланыуы тураһында республика Башлығы Радий Хәбиров иғлан итте. – “Башҡортостан геройҙары” программаһын Владимир Владимирович Путин ҡушыуы буйынса әҙерләнек. Уның маҡсаты – яугирҙәребеҙҙе төбәктең идара итеү командаһында – дәүләт һәм муниципаль власть органдарында, республика предприятиеларында эшләү өсөн әҙерләү. Уларҙың баһалап бөткөһөҙ тәжрибәһе, шәхси сифаттары, Тыуған илгә хеҙмәт итеү теләге тыныс тормошта ла талап ителә. Был егеттәр – илебеҙҙең терәге, – тип белдерҙе республика Башлығы Радий Хәбиров. “Башҡортостан геройҙары” программаһында ҡатнашыуға ике меңдән ашыу кеше ғариза биргән. Фотолар: “Башинформ” агентлығынан. Автор: Гөлдәр Яҡшығолова.