Наркомания бер ҙә яҡшыға килтермәй. Уның менән ғаиләгә бергә ҡайғы килә. Бигерәк тә ҡыҙҙар һәм егеттәр был бәләгә тиҙ тарый, ә унан ҡотолуы еңел түгел. Наркотик кешенең генетик фондын үҙгәртә, уның киләсәк быуын вәкилдәренең имен-һау буласағына ышаныс кәмей. Белгестәр әйтеүенсә, хатта тәүге дозаның да наркотиктарға бәйлелеккә килтереүе ихтимал. Ә уларҙың һәр береһе – ағыу. Үҙәк нервы системаһын, мейе, бауырҙы һәм башҡа ағзаларҙы зарарлай. Хатта сәләмәтлектәре ныҡ булғандарҙың да ун йылдан артыҡ йәшәмәүе ихтимал. Наркотиктар кешенең киләсәген юҡ итә. Наркоман бер нәмәгә лә ынтылмай, уға уҡыу ҙа, эш тә, ғаилә лә, яҡындары ла – береһе лә кәрәкмәй. Шуға күрә үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы был афәттән һаҡлағыҙ, тип белдерә белгестәр. Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.