Рәсәйҙә ҡыҫҡа эш аҙнаһы башланды Ул өс көнлөк була. Башҡортостан Хеҙмәт министрлығы май байрамдарына аңлатма бирҙе. 1 май - Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы, 9 май Еңеү көнө булараҡ ял һәм байрам көндәре иҫәпләнә. Рәсәй хөкүмәте ҡарары буйынса 4 ғинуарҙағы ял 2 майға, 23 февралдәгеһе 8 майға күсерелде. Ил халҡы 1 майҙан 4-енә, 8 майҙан 11-енә тиклем ял итә. 30 апрелдә хеҙмәт көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара.