Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығын хәбәр итеүҙәренсә, бер тәүлектә республика халҡы мутлашыусыларға 13 миллион һумдан ашыу күсергән, шулай уҡ мутлашыу тураһында 27 хәбәр килгән. Рәсәй Эске эштәр министрлығының Октябрьский ҡалаһы буйынса бүлегенә 67 йәшлек ир мөрәжәғәт иткән. Пенсионерға ул элек хеҙмәткәр булған компанияның “элекке етәксеһе”нән шылтыратыу булған. “Директор” мәғлүмәттәрҙең ситкә сығыуы һәм яҡын арала хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре ир менән бәйләнешкә инәсәге тураһында хәбәр итә. Артабан федераль именлек хеҙмәте һәм банктың ялған хеҙмәткәрҙәренән шылтыратыуҙар килә, улар, теләмәгән операцияны туҡтатыу һылтауы менән, ғариза биреүсене булған аҡсаны “хәүефһеҙ иҫәпкә” күсерергә күндерә. Белгестәргә ышанып, гражданин мутлашыусыларға ике миллион һум самаһы аҡсаһын күсерә. Аҡса мутлашыусыларҙы иҫәбендә булғас, зыян күреүсе полицияға мөрәжәғәт итә. Рәсәй Эске эштәр министрлығының Учалы районы буйынса бүлегенә ҡала предприятиеларының береһендә эшләгән
Республика халҡы мутлашыусыларға 13 миллион һумдан ашыу аҡса күсергән
15 ноября 202415 ноя 2024
2 мин