▶️ 26-27-cе ноябрҙә Өфөлә Ҡаҙағстан менән Рәсәйҙең ХХ Төбәк-ара хеҙмәттәшлек форумы үтәсәк. Географик урыны менән генә түгел, тарихи-мәҙәни хатта рухи яҡтан туғандаш булған Ҡаҙағстан менән Башҡортостан араһында иҡтисади бәйләнештәр ҙә ныҡлы. Сөнки уларға нигеҙ быуаттар элек һалынған. Бөгөнгөгә күҙ һалайыҡ. Башҡортостан өсөн халыҡ-ара хеҙмәттәшлек майҙанында Ҡаҙағстан мөһим парнер булып ҡала. Башлыса, беҙҙе нефть һәм химия сәнәғәте ныҡ бәйләй. Үткән йыл тауар әйләнеше 4,2 процентҡа артҡан. Ә потенциал күпкә юғары ти иҡтисадсылар. Тотҡарлаусы сәйәси факторҙар ҙа бар. Өфөлә үтәсәк форум, уның әһәмиәте, ғөмүмөн Башҡортостан өсөн халыҡ-ара иҡтисади бәйләнештәр һәм шәхсән Ҡаҙағстан менән хеҙмәттәшлек үҙенсәлектәре хаҡында алдағы минуттарҙа һөйләшербеҙ. Студиябыҙ ҡунағы "Опора России" эшҡыуарҙар федераль берләшмәһенең Халыҡ-ара комитеты бюро ағзаһы, сәнәғәт блогеры Тимур Лоҡманов. -------------------------- Присоединяйтесь к нашему каналу Башкортостан 24 в Дзене и поделитесь Вашим мнением о с
Иҡтисади Башҡортостан - 14.10.2024 Башҡортостан эшлекле сараға әҙерләнә
14 ноября 202414 ноя 2024
1 мин