Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы 11-17 ноябрҙә диабет менән көрәш аҙнаһы үткәреүҙе иғлан итте. Шәкәр диабеты организмда шәкәр йәки глюкоза үҙләштерелмәүе менән бәйле барлыҡҡа килгән сир. Шуға күрә уның концентрацияһы ҡанда күп тапҡырға арта. Шәкәр диабеты – бик етди сир, башҡа ауырыуҙарҙың үҫешенә лә хәүеф тыуҙыра. Ҡанда глюкоза кимәлен дөрөҫ контролләмәү бөйөр, нервы һәм йөрәк-ҡан тамырҙары системалары функцияларының боҙолоуына килтереүе ихтимал. Уны контролләү препараттар йәки йәшәү рәүешен үҙгәртеү ярҙамында башҡарыла. Шуға күрә халыҡта ҡандағы шәкәр кимәлен белеү, рациональ туҡланыу һәм медицина тикшеренеүҙәрен үтеү культураһын формалаштырыу мөһим, тип иҫәпләй табиптар. Диабет матдәләр, тәү сиратта углеводтар алмашыныуы боҙолоуы менән бәйле хроник сир. Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш белгес-эндокринологы Әлиә Насретдинова сир билдәләре тураһында аңлатты: “Сирҙең ике төрө иҫәпләнә: 1 типтағы һәм 2 типтағы шәкәр диабеты. Һәр береһенең үҙенә хас хәүеф факторҙар