Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Башҡортостанда юл яны хеҙмәтләндереү урындары ике тапҡырға артҡан

– Юл яны сервисын үҫтереү концепцияһында билдәләнгән төп күрһәткестәр йылдан-йыл үҫә. 2020 йылдан республикала 877 объект төҙөлгән, дөйөм суммаһы – 1,6 миллиард һум. 881 юл буйы объекты ремонтланған һәм төҙөкләндерелгән. Быйыл Концепцияны тормошҡа ашырыу осоронда 450 объектты төҙөү һәм 450 объектты яңыртыу маҡсат итеп ҡуйылған. Йылды лайыҡлы һөҙөмтә менән тамамлау өсөн бөтә көстө һалырға кәрәк, – тине Андрей Назаров. Башҡортостан Республикаһының сауҙа һәм хеҙмәттәр министры вазифаһын башҡарыусы Алексей Гусев билдәләүенсә, 2024 йылдың 9 айында 3 миллиард һумдан ашыу инвестиция ярҙамында 333 юл яны хеҙмәтләндереү урыны тапшырылған, 440 миллион һумдан ашыуға 300 объект яңыртылған. – Отчет осоронда муниципаль берәмектәр территорияһында 107 сауҙа объекты, 87 техник хеҙмәтләндереү станцияһы, 45 автойыуыу пункты, 39 яғыулыҡ-ҡойоу станцияһы, 28 туҡланыу урыны, 14 ҡунаҡхана сафҡа индерелде, – тип һанап үтте министр вазифаһын башҡарыусы. – Шулай уҡ был осорҙа төбәктә 92 сауҙа урыны, 62 туҡланыу

– Юл яны сервисын үҫтереү концепцияһында билдәләнгән төп күрһәткестәр йылдан-йыл үҫә. 2020 йылдан республикала 877 объект төҙөлгән, дөйөм суммаһы – 1,6 миллиард һум. 881 юл буйы объекты ремонтланған һәм төҙөкләндерелгән. Быйыл Концепцияны тормошҡа ашырыу осоронда 450 объектты төҙөү һәм 450 объектты яңыртыу маҡсат итеп ҡуйылған. Йылды лайыҡлы һөҙөмтә менән тамамлау өсөн бөтә көстө һалырға кәрәк, – тине Андрей Назаров. Башҡортостан Республикаһының сауҙа һәм хеҙмәттәр министры вазифаһын башҡарыусы Алексей Гусев билдәләүенсә, 2024 йылдың 9 айында 3 миллиард һумдан ашыу инвестиция ярҙамында 333 юл яны хеҙмәтләндереү урыны тапшырылған, 440 миллион һумдан ашыуға 300 объект яңыртылған. – Отчет осоронда муниципаль берәмектәр территорияһында 107 сауҙа объекты, 87 техник хеҙмәтләндереү станцияһы, 45 автойыуыу пункты, 39 яғыулыҡ-ҡойоу станцияһы, 28 туҡланыу урыны, 14 ҡунаҡхана сафҡа индерелде, – тип һанап үтте министр вазифаһын башҡарыусы. – Шулай уҡ был осорҙа төбәктә 92 сауҙа урыны, 62 туҡланыу урыны, 45 техник хеҙмәтләндереү станцияһы, 54 яғыулыҡ ҡойоу станцияһы объекты, 18 юл буйы комплексы, 20 автомобиль йыуыу пункты яңыртылған. Инвесторҙар 200-ҙән ашыу башланғысты ғәмәлгә ашырырға теләк белдергән. Инвестицияларҙың дөйөм күләме – 12 миллиард һум самаһы. Юл буйы хеҙмәте өлкәһендә инвестицияларҙы яҡлау һәм дәртләндереү тураһында 31 килешеү, 4 инвестиция килешеүе төҙөлгән. 28 инвесторға ер участкалары һатыулашыу үткәрмәйенсә ҡуртымға бирелгән, шуларҙың һигеҙе 2024 йылға тура килә. Фото: pravitelstvorb.ru