Әнғәм Атнабаевтың "Игеҙәктәр" спектаклен, уларҙың мажараларын иҫләйһегеҙме? Игеҙәктәр береһен яратҡан артисыбыҙ Роза Кәримова башҡара ине. Кәримова Роза Шәйхетдин ҡыҙы 1935 йылдың 7 ноябрендә Нуриман районының Иҫке Күл ауылында донъяға килә. РСФСР-ҙың атҡаҙанған актрисаһы (1985), БАССР-ҙың халыҡ (1977) һәм атҡаҙанған (1972) актрисаһы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1961). Роза Кәримова 1959 йылда Мәскәүҙә А.В.Луначарский исемендәге Театр сәнғәте дәүләт институтын тамамлағандан һуң (Б.В.Бибиков һәм О.И.Пыжова курсы) Башҡорт академия драма театрына эшкә ҡайта. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры ҡуйған спектаклдәрҙәге төрлө ролдәрҙә уйнай. Ул лирик-һәм драматик ролдәрҙе лә, комик‑сатирик ролдәрҙе лә уңышлы башҡара. Сит ил, рус һәм башҡорт авторҙары пьесалары буйынса был театр сәхнәһендә ҡуйылған спектаклдәрҙә 80-дән ашыу образ ижад итә. 1989 йылдан 1995 йылға тиклем Республика йәш тамашасы театры (хәҙерге Мостай Кәрим исемендәге БР Милли йәштәр театры) актеры б