“Көтөп алған улыбыҙ бер нисә айлыҡ булды инде, ә мин һаман табиптарға рәхмәт әйтергә ваҡыт таба алмаған булам. Өс йыл буйына ошо сабыйҙың донъяға килеүе өсөн көрәштек, ниһайәт, ЭКО ярҙамында балаға уҙҙым, - тип яҙа Надежда Тарасова. – 21 июндә мине ашығыс рәүештә операцияға алдылар. Был сабыйға тиклем ике балам бар ине инде, уларын Өфөнән ситтә табырға тура килде.Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙан һуң етди эҙемтәләргә тарыным һәм өсөнсө баланы табырға рөхсәт итмәнеләр. Шулай ҙа ирем менән тағы бер сабыйға ата-әсә булыу теләге менән йәшәнек һәм тәүәккәлләргә булдыҡ. Республика перинаталь үҙәге белгестәре сабыйҙы кесарь киҫеме әмәлиәте менән алды. Операция ваҡытында минең менән һәйбәт мөғәләмәлә булдылар, яҡшы булырына юранылар, шаяртырға ла онотманылар. Хирургтар Руслан Юрьевич Деменин, Юрий Михайлович Парфирьев, анестезиолог Илья Александрович Коханчиков, шәфҡәт туташтары Гөлнара Рәмил ҡыҙы Фәйзуллина, Агата Ильинична Агрова һәм санитарка Марина Николаевнаға ҙур рәхмәтемде белдерәм. Минең мен