Йәш өҫтәлеү менән организм да үҙгәрә, айырыуса ҡан тамырҙары үҙенең һығылмалығын юғалта. Һөҙөмтәлә ҡан әйләнеше насарая, бынан айырыуса мейе ҙур зыян күрә, ҡан баҫымы тотороҡһоҙлана. Тап шул сәбәпле, күптәрҙе инсульт, инфаркт сирҙәре һағалай. Халыҡ медицинаһында борондан билдәле булған булған рецепты немец халҡыныҡы, тиҙәр. Кемдеке генә булмаһын, иң мөһиме – ул тамырҙарҙы холестерин тупланмаларынан, кальций эҙемтәләренән таҙарта. Төнәтмәне әҙерләү өсөн беҙгә 4 лимон, бәләкәй генә имбирь киҫәге, 2 литр һыу, 4-5 тырнаҡ һарымһаҡ, 2 аш ҡалағы бал кәрәк. Лимондарҙы таҙа итеп йыуырға һәм ҡабығы менән бергә ваҡ ҡына итеп турарға йәки ит турағыс аша үткәрергә. Имбирь менән һарымһаҡты таҙалап, блендерҙа иҙергә йәки ит шулай уҡ турағыс аша үткәрергә. Туралған лимонды 3 литрлыҡ банкаға һалырға. 2 литр һыуҙы ҡайнатып, 60 градусҡаса һыуытырға һәм ошо һыуға имбирь, һарымһаҡ һәм балды һалып яҡшы итеп болғарға ла лимон өҫтөнә ҡойорға. Ике сәғәттән эсә ашларға мөмкин. Был төнәтмәне иртәнсәк һәм кискеһ