Өфөнөң Көрәш һарайындағы пленар ултырыш форумда ҡатнашыусыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Алып барыусы, спорт гимнастикаһы буйынса ике тапҡыр Европа чемпионы Эмин Гарибов сараның башланыуы тураһында иғлан иткәс, залда буш урындар юҡ ине. РФ Дәүләт Думаһының Физик культура һәм спорт буйынса комитеты рәйесе Олег Матыцин Рәсәй һәм Беларусь президенттары Владимир Путин менән Александр Лукашенконың спортты үҫтереүҙәге ролен билдәләне: - Рәсәйлеләр һәм белорустар, президенттар өлгөһөнә эйәреп һәм берлектәге проекттарҙы бойомға ашырып, ҙур Олимпия ғаиләһе булып ҡала. Союз дәүләте форматы хәҙерге күп полярлы донъя ауырлыҡтарын еңеп сығырға ярҙам итә. Ул шулай уҡ, киләһе йылда Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығы билдәләнәсәк, тип иҫкә төшөрҙө һәм был дата «Рәсәй Олимпия комитеты һәм Спорт министрлығы эшмәкәрлегендә сағылыш табыр», тигән ышаныс белдерҙе. Беларусь Республикаһы Милли олимпия комитеты президенты Виктор Лукашенко ойоштороусыларға Белоруссия делегацияһын саҡырғандары өсөн рәхмәт бел