Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

-11 градусҡаса һыуыта

Башҡортостанда әле һаман ҡоро һәм октябрь өсөн йылы көндәр тора. Шулай ҙа, бөгөндән төндәрен ныҡ ҡына һыуыта башлай. Бөгөн, 17 октябрҙә, башлыса яуым-төшөмһөҙ, көндөҙ урыны менән бер аҙ ямғыр яуа. Ел көньяҡтан, йүнәлешен төньяҡҡа үҙгәртеп талғын. Термометр бағанаһы төндә -1, -6, урыны менән 11 градусҡаса һалҡын, көндөҙ 6, 11 градус йылы. Йома, 18 октябрҙә лә, яуым-төшөмһөҙ һауа торошо көтөлә. Ел көньяҡтан, йүнәлешен төньяҡҡа үҙгәртеп талғын. Һауа температураһы төндә -1, -6, урыны менән -11, көндөҙ 6, 11 градус йылы. Әгәр синоптиктарға ышанһаң, ялдарҙа ла йылы һәм ҡоро көндәр көтә. Әлиә Хужәхмәтова фотоһы.