Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Төпкөлдә лә тормош гөрләй

Республика көнө уңайынан Бөрйән районы үҙәгендә күмәк халыҡ ҡатнашлығында ҙур саралар уҙҙы. Тантаналы йыйылышта Бөрйән районы хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Ғайса Хәлитов, Башҡортостандың мәҙәниәт министры урынбаҫары Илнур Мөхйәнов, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Рәмзиә Кәримова һәм башҡалар сығыш яһап, халыҡты Республика көнө менән тәбрикләне, Бөрйән халҡының төбәк мәнфәғәтендәге төрлө яҡлы эштәрен, ғорурланырлыҡ ҡаҙаныштарын билдәләне, артабан яңы үрҙәр теләне. "Электән төпкөл тип һаналған Бөрйән хәҙер заманса үҫеш юлында. Һуңғы йылдарҙы ғына алып ҡарағанда ла, төрлө тармаҡта күп ыңғай үҙгәрештәр булды. Райондың ҡаҙаныштары - республиканың үҫешенә ҡеүәт", - тине сығыш яһаусылар. Был көндә райондың хеҙмәт алдынғылары дәүләт наградалары менән бүләкләнде. Шулай уҡ күмәк бала үҫтергән гүзәл зат вәкилдәренә “Әсәлек даны” миҙалы тантаналы тапшырылды. Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнөнә арнап, Иҫке Собханғолдоң үҙәк майҙанында бай көҙгө йәрминкә лә ойошторолдо. Райондың сәнғәт оҫталары сағыу сығыштары менән байрамға йәм өҫтәне. Фотолар: Булат Тимерғәлиев.